Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә медицина хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлаған.
“Бөгөн бөтәбеҙ өсөн дә үҙенсәлекле көн – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө. Табип профессияһы кешелек тарихында һәр саҡ иң кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе булды. Әммә 2020 йылдың мартынан һуң был профессияға батырлыҡ һәм фиҙакәрлек сифаттары өҫтәлде. Ковид менән көрәш, үҙеңдең һаулығыңды һәм тормошоңдо хәүеф аҫтына ҡуйып кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыу! Был көрәштә һәләк булған табиптар, шәфҡәт туташтары алдында баш эйәм! Һәм ошо юлды бергәләп үтеүебеҙ өсөн бар медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт әйтәм.
Байрам менән ҡотлайым! Һеҙгә, яҡындарығыҙға һәм пациенттарығыҙға уңыштар һәм именлек, күңел йылыһы, тормош йәме һәм, әлбиттә, һаулыҡ теләйем!
Фото: VK.com