Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
19 Июнь 2022, 16:00

Өфөлә мамыҡ бураны...

 Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, тирәк мамығын көн һайын  һурҙырғыс техника ярҙамында йыялар...

Өфөлә мамыҡ бураны...
Өфөлә мамыҡ бураны...

Баш ҡалаға эҫе көндәр башланыу менән бергә тирәк мамығы миҙгеле лә килде. Беҙ йәшәгән Затон биҫтәһендә мамыҡ бураны ғәҙәттәгесә башланды, хатта ямғырҙар ҡойоп үтеүе лә өрпәк мамыҡтарҙың һауала өйрөлөүенә ҡамасаулай алманы. Уларҙың үрге ҡаттарҙа йәшәүселәргә лә тынғылыҡ бирмәүе билдәле, тәҙрәләр, балкондар аша нисектер һиҙҙермәй генә фатирҙарға үтеп инәләр.  Юл ситтәрендә аҡ мамыҡ “көрттәре”.  Уларҙы күргән һайын “бала-саға ут төртөп ебәрмәһә ярар  ине” тип хафаланаһың. Бындай хәлдәрҙе элегерәк күрергә тура килгәнгә күрә күңелдә хәүеф тойғоһо бар.

Тәбиғәттең был үҙенсәлекле  осоро тиҙҙән үтеп китер, ә бына аллергия менән яфаланыусыларға улар өсөн ябай булмаған осорҙа ни эшләргә?

 Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, тирәк мамығын көн һайын  һурҙырғыс техника ярҙамында йыялар. Был эшкә “Горзеленхоз” яуаплы. Майҙан ҙур ғына – 39,895 гектар. Әйткәндәй, үҙгәртеп ҡороу барған “Дим” ял паркында ҡарт тирәктәрҙе ҡырҡыу бара, тиҙәр.  Бындай юл менән мамыҡ буранынан ҡотолоу дөрөҫ булмаҫ, июнь селләһен был үҙенсәлекле күренештән башҡа  күҙ алдына килтереүе лә ауыр, һағындырыр әле йәйге тәбиғәт бурандары!

Тирәк мамығы үҙенән-үҙе аллерген була алмай,  әммә һеркәһе тымау тейеүенә, күҙҙәр ҡыҙарыуына килтерә.  Аллергологтарҙың ябай кәңәштәрен тотһағыҙ, был миҙгелде еңелерәк үткәрерһегеҙ. Урамға сыҡҡанда күҙлек кейергә кәрәк, был күҙҙең лайлалы тиресәһен мамыҡтан һәм һеркәһенән һаҡлар. Был осорҙа  урамға йүнәлгәндә кремдарҙан  файҙаланмай тороғоҙ, тип иҫкәртә табиптар, сөнки мамыҡ биткә йәбешеп тирене ҡуҙғытасаҡ. Ел сыҡҡанда, һауалағы һеркә концентрацияһының юғары  күтәрелеүен дә иҫкә алығыҙ.  Бар ышаныс ямғырҙа ғына, ул мамыҡты ла, һеркәне лә еңә ала.

Фото: ngs55. ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: