Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
20 Июнь 2022, 13:50

Ревакцинация буйынса лидерҙар асыҡланды

Һуңғы 30 көндә ковид менән сирләүселәр - 33, ә һуңғы ете көндә 27 процентҡа кәмегән. 

Ревакцинация буйынса лидерҙар асыҡланды
Ревакцинация буйынса лидерҙар асыҡланды

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцина һалынған халыҡ һаны буйынса алдынғы райондарҙы атанылар. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һүҙҙәренсә, Бишбүләк, Краснокама һәм Балаҡатай райондарында ревакцинация әүҙем бара.

“Дөйөм алғанда, республикала халыҡтың 115 проценты ковидҡа ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын һалдырған, 106 проценты вакцинацияны тулыһынса тамамланған. 609 178 кеше ревакцинация үтте”, – тип билдәләне министр.

Рәсәй Хөкүмәтенең координация үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы 30 көндә ковид менән сирләүселәр - 33, һуңғы ете көндә 27 процентҡа кәмегән, тип өҫтәне ул.

Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда бөтәһе 289 910 кеше ауырыған, уларҙың 51-е – һуңғы тәүлектә. Стационарҙа – 117 кеше, шул иҫәптән 79 пациент – 60 йәштән өлкәндәр. 364 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана, уларҙың 127-һе – 60 йәштән өлкәндәр. 283 706 кеше һауыҡҡан, 53-ө – һуңғы тәүлектә.

Фото: Ok.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: