Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендәге республика Хөкүмәте кәңәшмәһендә иҫкәртеү медицина ҡарауы һәм халыҡты диспансерлаштырыу программаһын тормошҡа ашырыу тураһында һөйләшеү булды.
"Бөгөн медицина тикшереүҙәре программалары өҫтәмә инструменталь һәм лаборатория тикшереүҙәре менән киңәйтелде. Улар төрлө йәш төркөмдәрен үҙ эсенә ала. Ваҡытынан алда үлемдең төп сәбәптәре булған сирҙәрҙе асыҡларға ярҙам итә. Айырым иғтибар үҙәгендә - яңы коронавирус инфекцияһы менән сирләгәндәр. Улар ҡатмарлыҡтарҙы иҫкәртеү өсөн тикшерелергә тейеш. Быйыл республикалағы бер миллиондан ашыу кешене төрлө иҫкәртеү тикшереүҙәренә йәлеп итеү мәсьәләһе тора. Был – Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан да, республика муниципалитеттарынан да максималь көс һалыуҙы талап иткән етди эш", - тип белдерҙе Андрей Назаров.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә, ағымдағы йылда медицина тикшереүендә һәм өлкән йәштәгеләрҙе диспансерлаштырыуҙа 75 медицина ойошмаһы ҡатнаша. "2019 йылдың июленән республикала Өлкән йәштәге айырым төркөмдәрҙе диспансерлаштырыу буйынса берҙәм көн ойошторола. Ул – шаршамбы, өҫтәмә рәүештә шәмбе һайын үткәрелә. Хеҙмәт йәшендәге өлкәндәр өсөн 2021 йылдың апреленән медицина ҡарауы һәм диспансерлаштырыу “Көмөш йәш сәғәте” форматында уҙғарыла. Ул шишәмбе 8-ҙән 10.00 сәғәткә тиклем була", - тине республиканың һаулыҡ һаҡлау министры.
Кәңәшмәлә шулай уҡ 2021 йылдың 1 июленән коронавирус инфекцияһы менән сирләгәндәр өсөн тәрәнәйтелгән диспансерлаштырыу үткәрелеүе хаҡында әйтелде.
Андрей Назаров бөгөн барлыҡ медицина ойошмаларының диспансерлаштырыуҙы ойоштороуға әҙерлеген билдәләне. "Киң мәғлүмәт сараларында мәғлүмәт кампанияһы алып барырға кәрәк. Республикала йәшәүселәр диспансерлаштырыуҙың хәүефле сирҙәрҙе үҙ ваҡытында асыҡлау мөмкинлеге икәнлеген аңларға тейеш. Шулай уҡ диспансерлаштырыуҙы үткәреү сифатын арттырыу ҙа - көнүҙәк мәсьәлә. Яңы асыҡланған сирлеләрҙе үҙ ваҡытында тикшереү, медицина тикшереүен ойоштороу һәм кәрәккәндә стационар дауалауға ебәреү мөһим", - тине Премьер-министр.
Фото: poravitelstvorb.ru