24 июндә республикала Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнәсәк. Сарала 300-ҙән ашыу медицина хеҙмәткәре федераль һәм төбәк наградалары менән бүләкләнәсәк. Улар араһында Лука Крымский миҙалы, Рәсәй Президентының Рәхмәт хаты, Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы тигән маҡтаулы исемдәр, Почет грамоталары бар.
Өфөнөң алты майҙанында 10.00 сәғәттән медицина хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләү башлана. Бына ул майҙандар: “Торатау” конгресс- холы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының ике залы, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай, Башҡорт дәүләт медицина университеты корпусы залдары, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының конференц-залы.
11.30 сәғәттә Башҡорт дәүләт драма театры майҙаны алдында медицина ойошмаларының ижади коллективтары тарафынан ойошторолған концерт үтәсәк. 12.50 сәғәттә медицина хеҙмәткәрҙәре парады башлана, 700-ҙән ашыу кешене туплаған колонна Зәки Вәлиди урамы буйлап “Торатау” конгресс-холына тиклем үтәсәк.
14.00 сәғәттә “Ватан” паркында ҡунаҡтарҙы байрам концерты көтә, дәүләт наградалары, амбулатор звеноһы өсөн автомобилдәр тапшырыласаҡ.
Фото: Башҡортостан ДТРК-һы