Башҡортостан
+21 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Улар үҙ бурысын намыҫ менән үтәне

Ҡырҡ медицина хеҙмәткәренә һәм хәйриә ярҙамы күрһәткәндәргә Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Улар үҙ бурысын намыҫ менән үтәне
Улар үҙ бурысын намыҫ менән үтәне

Бөгөн “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитетында Донбасстан килгән медицина хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу һәм уларҙы бүләкләү тантанаһы булды.

Сарала Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин, республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов, шулай уҡ табиптар, меценаттар ҡатнашты.

"Бөгөн Донбасстан ҡайтҡан ирекмән табиптарҙың дүртенсе бригадаһын билдәләнек. Башҡортостан медицина хеҙмәткәрҙәре туғандаш республикаларҙа йәшәгәндәргә ярҙам итеүгә тос өлөш индерҙе. Табиптар үҙҙәренә ҡуйылған бурысты үтәне – ауырлыҡтарҙы еңеп сыға, урында йәшәүселәргә терәк була алды, тип иҫәпләйем. Коллегалар араһында тағы күберәк кешегә ярҙам итеү өсөн йәнә бер айға ҡалғандар бар. Республика Башлығы ҡушыуы буйынса һәм шәхсән үҙемдең исемдән ҡыйыулыҡ, профессионаллек һәм хеҙмәттәштәребеҙ атҡарған эш өсөн рәхмәт белдерәм. Табиптар менән бергә йөрәк, күңел ҡушыуы буйынса ярҙам иткән меценаттарҙы билдәләп китке килә. Улар ҡаһарманлыҡ ҡылмай, әммә изге эштәр атҡара. Улар ярҙамында республика 11 гуманитар конвойҙы ебәрҙе лә инде", - тип билдәләне Максим Забелин.

Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, был – Донбасстан үҙ бурысын намыҫ менән үтәп ҡайтҡан дүртенсе бригада. Өлкәндәргә лә, балаларға ла квалификациялы ярҙам күрһәтелде. Был миссия әле лә дауам итә, Луганск, Донецк халыҡ республикалары биләмәһенә бишенсе бригада йүнәлде.

Бүләкләү тантанаһында 40 медицина хеҙмәткәренә һәм хәйриә ярҙамы күрһәткәндәргә Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырылды.

"Һеҙгә ҙур рәхмәт белдерәм. Көндәлек ауыр һәм өлгөлө хеҙмәтегеҙ үтә мөһим", - тине Руслан Насретдинов.

Фото: bashkortostan.er.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас в