Тиҙләтелгән йәшәү режимы, эшләү темпы, бөтә нәмәгә өлгөрөргә тырышыу, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең киҫкенләшеүе, физик әүҙемлектең кәмеүе кешене һәр саҡ нервы көсөргәнешендә тота. Уға хроник сирҙәр ҙә өҫтәлһә, антибиотиктарҙы ҡулланыу йышайһа, хәл тағы мөшкөлләнә. Ошондай ваҡыттарҙа стресты ашау-эсеү менән баҫырға була. Нимә етте шуның менән түгел, әлбиттә.
1. Көн һайын бер банан ашап тороу депрессияны еңергә булышлыҡ итер. Уның составында нигеҙен күңелде күтәреүсе мескалин тәшкил иткән харман алколоиды бар.
2. Бер стакан ҡайнар һыуға бер ҡалаҡ ромашка сәскәһен һалып, уның һыуынғанын көтөп, һөҙөп алып, көнөнә өс-дүрт тапҡыр берәр ҡалаҡлап эсеү шулай уҡ ыңғай тәьҫир итер.
3. Бер ҡалаҡ бөтнөк япрағына бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 10 минут талғын утта ҡайнатҡас, унан алып, йылымса көйө иртән һәм кис яртышар стакан эсеү ҙә әлеге осраҡҡа файҙалы булыр.
4. Женьшендең кипкән тамыры йәки япрағына 1:10 нисбәтендә ҡайнар һыу ҡойоп, төнәтергә. Уны көнөнә берәр балғалаҡлап ҡулланыу ҙа үҙ эшен башҡармай ҡалдырмаҫ.
5. Депрессия менән кишер шәп көрәшә. Был маҡсат өсөн көнөнә 100-200 грамм ҡырылған йәшелсәне ашау йәки бер стакан яңы һығылған һутын эсеү ҙә етә.
Фото: samisrykami.ru