Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
24 Июнь 2022, 15:22

Калий етешмәһә...

cgon.rospotrebnadzor.ru
Фото:cgon.rospotrebnadzor.ru

Калийҙа аҙ ғына миҡдарҙа электр заряды булғанлыҡтан, ул организмдағы күҙәнәк һәм нервы функцияларын әүҙемләштереү һәләтенә эйә. Шулай уҡ күҙәнәктәр эсендәге шыйыҡлыҡты һәм ҡан баҫымын тейешле кимәлдә тота, мускулдарға ҡыҫҡарырға ярҙам итә. Кешеләрҙең күпселеге калийҙы аҙыҡ-түлектән етерлек күләмдә алмай. Шуға күрә рационды үҙгәртергә кәрәк.

Киптерелгән емеш-еләктә, һөт, йәшелсә, ҡуҙаҡлылар һәм балыҡта был элемент бар. Күрәгәне десерт урынына ҡулланырға, ҡайнар аштарға йәки салаттарға өҫтәргә мөмкин.

Картуфта ла калий күп, уртаса ҙур­лыҡтағы  бер йәшелсәлә 610 миллиграмм тирәһе калий бар, тик уны ҡабы­ғы менән бешерергә кәрәк. Ҡыҙҙырыл­ған картуфтан файҙа аҙ. Хатта уның нин­дәй тупраҡта үҫеүе лә йоғонто яһай.

Сөгөлдөр, кишер, шпинат, бәшмәк, кәбеҫтә, фасоль, һуған, сельдерей, пет­рушка, помидор, ҡауын, ҡара ҡарағат – был  мөһим микроэлементҡа бай аҙыҡтар.

Калий балыҡтың ҡайһы бер төрҙә­рендә тупланған. Һөмбаш, тәрәс балыҡ­тары  был йәһәттән  иң яҡшыһы. Бер сынаяҡ һөттә 366 миллиграмм калий бар. Башҡа һөт аҙыҡтары тураһында ла оноторға ярамай.

Организмда калий кимәленең түбән булыуы ҡан баҫымы күтәрелеү, бө­йөр­ҙә таштар барлыҡҡа килеү хәүефен арттыра. Был микроэле­ментҡа ҡытлыҡ арыу-талсығыуға, эс ҡатыуына, мускулдар йомшарыуына килтерә. Уның кимә­ле ныҡ түбән булғанда йөрәк һәм бө­йөр сирҙәренә юлыҡтырыуы ихтимал.

Организмда калийҙың самаһыҙ күп булыуы ла насар,  был хәл  ашҡаҙан-эсәк, йөрәк эшмәкәрлеген боҙоуға,  уҡшытыуға килтерә. Уның билдәләре иртә стадияла беленмәй, шуға күрә был сир хәүефе һағалағанда даими рәүештә ҡан анализы бирергә кәрәк.

-  Д. ҒӘБДРӘХИМОВА

Читайте нас: