Андрей Назаров барыһын да һөнәри байрамдары менән ҡотланы һәм Башҡортостан халҡы һаулығы һағында фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.
– Һөнәри бурысығыҙҙы намыҫ менән атҡараһығыҙ, меңәрләгән кешенең һаулығын һәм ғүмерен ҡотҡараһығыҙ. Һеҙҙең менән ысын күңелдән ғорурланабыҙ! Һөнәрегеҙ тәрән белем, хеҙмәт яратыуҙы һәм тулыһынса үҙ-үҙеңде арнап эшләүҙе талап итә. Ошоно аңлап, эшегеҙгә лайыҡлы шарттар булдырыуға ҙур иғтибар бүләбеҙ, - тип белдерҙе республика Премьер-министры.
Андрей Назаров йыл һайын һаулыҡ һаҡлау системаһына һиҙелерлек ресурстар һалыныуын, дауаханалар, поликлиникалар төҙөлөүен, ҡорамалдар һәм транспорт һатып алыныуын белдерҙе. Башҡортостанда Республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусы, Балалар онкология-гематология үҙәге, Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында, Өфөләге Затонда поликлиника төҙөлә. Шулай уҡ Учалыла, Үрге Ыҡтамаҡ ауылында – дауахана, Баймаҡта, Мәсәғүттә һәм Бөрөлә поликлиникалар һалына. Ағымдағы йылда финанслау сығанаҡтарынан дөйөм сығымдар күләме 106,3 миллиард һум тәшкил итте, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
- 2025 йылда барлығы биш поликлиника төҙөү, 400-ҙән ашыу модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты, 40 табиплыҡ амбулаторияһы ҡуйыу планлаштырыла. Шул уҡ ваҡытта һаулыҡ һаҡлау ойошмаларын йыһаландырыуҙы тиҙләтәбеҙ, - тине Андрей Назаров.
Үҙенең ҡотлау һүҙендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры пандемия осоронда, Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында эшләгән табиптар, шәфҡәт туташтары, ирекмән табиптарҙың мөһим ролен билдәләне.
- Күп миллионлыҡ халҡы булған республика исеменән ҙур рәхмәт һәм оло хөрмәт белдерәм. Бөгөнгө наградалар – һеҙҙең фиҙакәр һәм ауыр хеҙмәтегеҙҙе, һөнәри оҫталығыҙҙы, кешеләр һаулығын һәм ғүмерен һаҡлауға индергән тос өлөшөгөҙҙө таныу ул, - тине Андрей Назаров.
Башҡортостандың медицина тармағынан 50 вәкил Премьер-министр ҡулынан лайыҡлы наградаларын алды.
Фото: pravitelstvorb.ru