Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
24 Июнь 2022, 20:00

Радий Хәбиров медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерҙе

"Коронавирус беҙҙе берләштерҙе, табиптарға икенсе төрлө ҡарарға мәжбүр итте".

Радий Хәбиров медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерҙе
Радий Хәбиров медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерҙе

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан социаль селтәрҙәргә яҙма ҡуйҙы.

“Табиптарыбыҙға, шәфҡәт туташтарына, фельдшерҙарға, акушеркаларға, санитарҙарға, провизорҙарға, фармацевтарға, ашығыс ярҙам водителдәренә, ирекмәндәргә һәм һаулыҡ һаҡлау системаһына ҡатнашы булғандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт.

Коронавирус беҙҙе берләштерҙе, табиптарға икенсе төрлө ҡарарға мәжбүр итте. Сиргә ҡаршы көрәштең тәүге көндәренән үк улар алғы һыҙыҡта булды, ковид-госпиталдәрҙә эшләне, һаулыҡтарын хәүеф аҫтына ҡуйҙы.

Беҙҙең медицина тармағы ябай булмаған һынауҙарҙан нығынып, мобилизацияланып, үҙенсәлекле тәжрибә һәм компетенциялар туплап сыҡты. Бөтәгеҙгә лә бар йөрәктән рәхмәт! 

Беҙҙең алда бөгөн яңы саҡырыуҙар тора. Был көндәрҙә табиптарыбыҙ Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары медицина учреждениеларында эшләй. Улар өлкәндәрҙе, балаларҙы ҡабул итә, тикшерә, операция яһай.

Республикалағы һаулыҡ һаҡлау системаһы өсөн байтаҡ эш башҡарабыҙ. Дауаханалар, поликлиникалар төҙөйбөҙ, фельдшер-акушерлыҡ пункттары асабыҙ, эш урындары булдырабыҙ. Тармаҡты артабан да яңыртасаҡбыҙ, матди-техник базаны нығытасаҡбыҙ, ойошмаларҙы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырасаҡбыҙ.

Бөтәгеҙгә лә һаулыҡ!” - тип яҙҙы республика Башлығы.

Фото: Радий Хәбировтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: