Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
24 Июнь 2022, 17:15

“Әсәйемдең үлеме күптәрҙе ҡотҡарырға тейеш...”

Халыҡ медицинаһы ысулдары менән дауалаусы Зәүхиә Ҡәҙербәкова-Низамиеваның яман шешкә ҡағылышлы кәңәштәренә ҡолаҡ һалығыҙ.

“Әсәйемдең үлеме күптәрҙе ҡотҡарырға тейеш...”
“Әсәйемдең үлеме күптәрҙе ҡотҡарырға тейеш...”

Халыҡ медицинаһы ысулдары менән дауалаған Зәүхиә Ғәзизйән ҡыҙы Ҡәҙербәкова-Низамиеваның исеме бөгөн күптәргә яҡшы таныш. Уның фәһемле кәңәштәрен, мәҡәләләрен “Башҡортостан” гәзите биттәрендә, социаль селтәрҙәге төркөмөбөҙҙә лә йыш ҡына биреп барабыҙ.

Бөгөн Зәүхиә апайҙың заман афәтенә – яман шешкә (ракҡа) ҡағылышлы уй-фекерҙәре, кәңәштәре менән уртаҡлашабыҙ.

“Мин 20 йыл тирәһе инде халыҡ медицинаһы нигеҙендә дауалау менән шөғөлләнәм. Ә бына онкология тураһында, был сир әсәйемде алып киткәс, ныҡлап уйлана башланым. Табиптарҙың: “Һуңлағанһың, һеңлем, тиҙерәк алып ҡайт, яҡындары менән бәхилләшһен”, – тигәне әле лә ҡолаҡта. “Әсәйемдең үлеме күптәрҙе ҡотҡарырға тейеш”, – тип ҡарар ҡылдым.

Әле ул йылдарҙа онкологик үҙәктәр ҙә юҡ, был ауырыу ҙа ул ҡәҙәр киң таралмаған ине. Ләкин беҙҙең йәшәү рәүеше саләмәтлегебеҙҙе ҡаҡшатыуға ул йылдарҙа уҡ йүнәлеш алды. Сит илдәр менән сиктәр тулыһынса асылғас, ниндәй генә ризыҡ һәм тауарҙар индерә башламанылар бит?! “Буш боттары”н, тикшерелмәгән дарыуҙарҙы, сифатһыҙ ризыҡты тонналап ташынылар һәм, үҙебеҙҙең сифатлы ризыҡты бөтөрөп, халыҡты уларға эйәләштерҙеләр.

Сит ил фармацевтикаһын байыттыҡ һәм хәҙер ҙә шул мәғәнәһеҙ юлдан барабыҙ. Телевизорҙы тоҡандырһаң да, бөгөн иң йыш осрай торған ролик булып дарыуҙар тора. Маҡтайҙар, тик файҙаһы ғына әллә ни маҡтанырлыҡ түгел шул. Файҙаһы һыналмаған дарыуҙарҙың организмға ысынбарлыҡта ниндәй йоғонто яһаясағын йүнләп бер нисә йылдан һуң да белә алмаясаҡбыҙ әле. Шуға күрә кешенең ауырыуҙарынан алда иң элек аҡылын дауаларға кәрәк, тим.

Беренсенән, билдәһеҙ, сифаты түбән ризыҡ ашап, организмдың сирҙәргә ҡаршы тороу көсөн кәметтек, ағыулап, ҡанға ла, тәнгә лә файҙаһыҙ матдә тултырҙыҡ. Икенсенән, кейгән кейемдәрҙең һәм уйнаған уйынсыҡтарҙың, өйҙәрҙе биләп алған техниканың, мебелдең һәм башҡа әйберҙәрҙең зыян кимәле йәки сифаты күп осраҡта ысынбарлыҡҡа тура килмәй. Ипотека, кредит түләйһе бар тип даими рәүештә стресс йоғонтоһонда йәшәйбеҙ. Өсөнсөнән, шуларҙың һөҙөмтәһе булараҡ, беҙ эстән сырхаулана, көсһөҙләнә, хәлһеҙләнә, дөрөҫөн генә әйткәндә, серей барабыҙ. Былар янына насар экология ла килеп ҡушылғас, рак рәхәтләнеп ҡалҡып сыҡты.

Минең фекеремсә, рак иммунитеты ҡаҡшаған, кәмегән, организмдың торғонлоҡ (застой) булған ерендә генә ҡалҡа. Мин иммунитет һүҙе аҫтында күңел байлығын да, яҡшы һыҙаттарҙы ла, рухи байлыҡты ла, физик ныҡлыҡты ла күҙаллайым. Ә организмды көн дә дөрөҫ ашау, эсеү юлы менән нығытып тороу, ашҡаҙанға теләһә ниндәй серетә торған ризыҡ ташламау – иң мөһиме. Ә һәр көн психологик, рухи, физик яҡтан көсәйтелеп торған организмда ул сир барлыҡҡа килеү шарты ныҡ кәмей.

Ул диагноз ҡуйылған кеше иһә юғалып ҡала, бәргеләнә-өҙгөләнә башлай, башына насар уйҙар ғына килә. Бына ошо ваҡытта кешенең ниндәй ҡарарға килеүе бик мөһим. Иң беренсе кешегә тәненә был сирҙе килтереп сығарған сәбәптәрҙән ҡотолорға кәрәк. Организмды сирләткән психологик, рухи, туҡланыу сәбәптәрен бөтөрөргә кирәк. Әгәр ҙә бер нимә лә үҙгәрмәһә, сир китерме? Юҡ!

Бер ваҡыт яныма яман шеш арҡаһында аналығын алдырған ҡатын килде. Әсәйенә ғүмере буйы үпкәләп йәшәгәнлеге асыҡланды. Быны үҙенә аңлатҡас, ҡысҡырып илап ебәрҙе. “Рәхмәт, апай, нисә йыл ғәфү итә алмайынса йәшәгән инем”, – тине. Ундай ауыр йөгө булған кешене препарат ҡына дауалай алмай шул. Күп кенә ауырыуҙарҙан ҡотолоу өсөн эстәге үпкәләрҙе бөтөрөргә кәрәк.

Насар энергия тупланғанлыҡтан да рактың килеп сығыуын инде сит ил ғалимдары ла иҫбатланы бит. Бындай дауалау комплекстарында ауырыуҙарға психологик ярҙам менән бер рәттән дин әһелдәренең ярҙамы ла бик урынлы булыр. Шулай Әҙәм заты эстәге хис-кисерештәренән, асыуҙарынан, үпкәләренән, кәрәкмәгән рәнйештәренән арыныр ине. Күңел ауырлығы иң ҙур ауырлыҡ бит ул. Унан ҡотолған кешенән сир ҙә тиҙ китә. Шулай уҡ ундай урындарҙа төрлө тренингтар, күңел асыу саралары ла үткәрелһә, кеше үлем хаҡында түгел, ә йәшәү тураһында уйлар. Тиҙерәк һауығыр. Хатта мин кешеләрҙе был сирҙе тормошомдағы хаталарымды төҙәтергә, тағы ла юғарыраҡ сифатта йәшәй башларға тигән саҡырыу итеп ҡабул итергә лә өйрәтәм. Эсендә, ҡан юлында, күңел түрҙәрендә, аҡылында йыйылған торғонлоҡтан сығыу юлы тип.

Ғәҙәттә, рак диагнозын ишеткәс, кешене ҡурҡыу хисе биләп ала. Шунда уҡ күптәр үлем хаҡында уйлана башлай. Әммә бында ауырыу иң элек, ни өсөн миңә был сир килде, тип уйланырға тейеш. Тимәк, ул ҡайҙалыр яңылышлыҡ ебәргән, дөрөҫ йәшәмәгән, туҡланмаған, уйламаған. Үҙемдең пациенттарыма ла иң элек йәшәү рәүештәрен тамырҙан үҙгәртергә ҡушам. Уҙған ғүмерҙе киҫәктәргә бүлеп, тулыһынса йәшәйешеңә анализ яһарға тейешһең. Көнсөллөк, үтәй алмаҫлыҡ бурыстар, күңел төшөнкөлөгө, рәнйеү, дөрөҫ туҡланмау һ.б. – яман шештең иң яҡын дуҫтары ул.

Рак диагнозы ҡуйылғандарға һәм был ауырыуҙы булдырмаҫ өсөн сәләмәт кешеләргә лә ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк.

  1. Бер ваҡытта ла эс ҡатыуҙы булдырмаҫҡа. Кеше көндәлек ашаған ризыҡты эсендә серетеп ятҡырырға тейеш түгел, эшкәртеп, көн дә сығарып барырға тейешбеҙ. Эс ҡатыуҙы булдырмау бер ҙә ҡыйын эш түгел. Ябай ғына физзарядка. Иртәнсәк эйелеп-бөгөлөп алыу һәм эсте баҫып торған көйө генә лә арҡаға табан ныҡ ҡына ҡыҫып алыу эсәктәрҙең перистальтикаһын нығыта, престы көсәйтә. Көн дә иртәнсәк ике-өс стакан йылы һыу эсеү тулыһынса эсәктәрҙәге кисәге ашағандан ҡалған серей башлаған тиҙәкте сығара.
  2. Көн дә паразиттарға ҡаршы, беҙҙең организмға зыян килтерә торған бактерияларға, микроорганизмдарға, инфекцияларға ҡаршы уларҙы кәметеп тороу, юҡ итеү эше алып барылырға тейеш һәр ғаиләлә. Әгәр ҙә беҙ иртәнсәк эсә торған һыуға лимон һуты һыҡһаҡ, һарымһаҡ турап болғатһаҡ, йәки сәйнәп йотһаҡ, әҙ генә онталған ҡәнәфер ҡушып йотһаҡ (сәй ҡалағы осонда ғына), ул паразиттарға көн бөтә. Ә кешенең тәнендә насар сиргә кәртә көндән-көн ҡуйылып барыла.
  3. Ваҡ ҡырғыста ҡырып, сей кишер менән сөгөлдөр салаты ашарға ғәҙәтләнһәк, 70-80 % ауыр сирҙәр менән сирләмәйбеҙ тигән гарантия була. Көслө иммунитетты бешмәгән кишер һәм сөгөлдөр салаты формалаштыра. Батшалар салаты ла тиҙәр уны. Уға күңелгә ятҡан үҫемлек майы ҡушһаң, тағы ла шәп. Ул салат тағы ла ашҡаҙанда, эсәктәрҙә йыйылып ятҡан, серей башлаған ҡалдыҡтарҙы алып сыға. Ә составында ниндәй файҙалы мәтдәләр барлығын беләбеҙ. Сөгөлдөр кеүәҫе эскән кешеләрҙә инсульт, инфаркт, ҡан юлдары бысраныуы булмауы, шулай уҡ онкологияның да ситләп уҙыуы иҫбатланған.
  4. Ә үҙебеҙҙең яланда шаулап-гөрләп үҫкән үләндәрҙең дөрөҫ итеп ҡулланған саҡта теләһә ҡайһы сирҙе дауалай алғаны инде билдәле. Әрем хаҡында халыҡ былай ҙа белә кеүек. Ябай ғына был үҫемлектең рак күҙәнәктәрен үлтерә алыуын асыҡлаған профессор инде Нобель премияһы ла алды. Беҙҙең яҡтарҙа был үлән салғы менән сабырлыҡ дәрәжәлә күп үҫә. Бынан 15 йыл элек таныштарыма үпкә сире диагнозы ҡуйҙылар. Икеһенең дә бер үпкәһен киҫеп алдылар. Йәшәйһегеҙ килһә, ҡалған үпкәгеҙ серемәһен, яраҡлы булһын тиһәгеҙ, сәй урынына көн дә әрем төнәтмәһе эсегеҙ, тинем. Самаһын әйттем. Береһе минең һүҙгә ҡолаҡ һалды. 10 йылдан артыҡ иҫән. Эшләп йөрөй, ғаиләһе, балалары бар. Ә икенсе танышым үләндәр сихәтенә ышанмайым тип, ҡул һелтәне һәм бер йылдан үлде...
  5. Ракка ҡаршы диетаның төп йөкмәткеһен ҡамыр ризыҡтарын сикләү ҙә алып тора. Сөпрәһеҙ бешерелгән икмәккә өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Йәки ҡомалаҡ сөпрәһен ҡулланырға. Шәкәр һәм кондитер ризыҡтарҙан дауаланған ваҡытта баш тартып тороу хәйерле. Ҡарабойҙай рак сиренән дауалау һәм уны булдырмау буйынса беренсе урындарҙа тора. Көн дә ашаһаң да, зыянһыҙ. Бына ошо үҙебеҙҙә үҫкән ябай ғына ризыҡтар менән дә хатта ракты булдырмаҫҡа була. Һәм күп кенә башҡа ауырыуҙарҙан да арынырға мөмкин.

Аҡ сәскә (ромашка), меңъяпраҡ һәм әрем был сирҙәргә ҡаршы көслө үләндәр һанала. Уларҙы һәр көн аҙ-аҙлап ҡулланырға кәңәш ителә. Киптерелгән ярты ҡалаҡ үләнгә бер стакан ҡайнар һыу һалып төнәтергә кәрәк. 15 минуттан әҙер. Самаһын белеп эсһәң, артыҡ булмай”.

Сығанаҡ: Зәүхиә Ҡәҙербәкованың социаль селтәрҙәге сәхифәһендәге һәм “Яйыҡ” гәзитендә баҫылған әңгәмәгә таянып әҙерләнде.

Фото: about-tea.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: