Балалар сәләмәт үҫһен өсөн ата-әсә йәйҙе нисек үткәрергә тейеш? Был хаҡта Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ниндәй кәңәштәр бирә? Рәсәйҙең баш педиатры, Фәндәр академияһы академигы Александр Барановтың тәҡдимдәренә ҡолаҡ һалайыҡ.
Хәҙерге медицина һәм гигиена юғары кимәлдә булыуына ҡарамаҫтан, балалар йыш ауырый. Йәй миҙгелендә уларҙың сәләмәтлеген нығытырға тырышырға кәрәк тип иҫәпләй ул.
Табиптар әйтеүенсә, иң ябай рецепт – ата-әсәнең үҙ һаулығын хәстәрләүе, сәләмәт тормош алып барыуы, йәғни улар балаларына өлгө күрһәтергә бурыслы. Ғаилә каникулды бергә үткәрергә тырышһа, туҡланыуҙы дөрөҫ ойошторһа, мауыҡтырғыс походтарға сыҡһа, һәр көндө йөкмәткеле үткәрһә, бындай ял файҙаға ғына буласаҡ.
Ҡояш, һыу һәм һауа – беҙҙең өсөн иң яҡшы иммуномодуляторҙар, йәғни сәләмәтлеккә туранан-тура ыңғай йоғонто яһаусылар. Бары хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында онотмағыҙ. Ҡояшта иртәнге һәм киске сәғәттәрҙә генә ҡыҙыныу тирегеҙҙе яныуҙан, меланома барлыҡҡа килеүҙән һаҡлар. Йәй – балаларҙы йөҙөргә өйрәтеү өсөн иң ҡулайлы мәл. Кескәйҙәр менән һыу буйҙарында ял иткәндә өлкәндәр алкоголле эсемлектәр ҡулланыу тураһында башына ла килтермәҫкә тейеш. Һыуҙағы бөтә фажиғәләр ҙә тиерлек иҫерткес эсемлектәр ҡулланыу менән бәйле.
Йәй көнө айырыуса гигиена мәсьәләһенә иғтибар бирергә кәрәк. Ҡулдарҙы яҡшы йыуырға, йыуылмаған емеш-еләкте ауыҙға ҡапмаҫҡа! Бөтә ҡағиҙәләр ҙә ябай, тик, үкенескә ҡаршы, һәр саҡ үтәлмәй, йыш ҡына йәйге ялды әүҙем файҙаланыу урынына балаларҙы ротавирус инфекцияларынан, аҙыҡ-түлек менән ағыуланыуҙан дауаларға тура килә.
Бөтә сирҙәр ҙә бала саҡтан килә, ти табиптар. Кескәй сағында ниндәй сирҙәр менән ауырып өлгөрә, артабан да улар ғүмер буйына ҡалырға йәки киләсәк сир-сор өсөн нигеҙ әҙерләүе ихтимал. Мәҫәлән, сабый ротавирус гастроэнтериты менән ауырыһа, уның артабан да эс ауыртыуынан яфаланыуы бар. Әгәр пневмококк пневмонияһын үткәргән булһа, киләсәктә үпкә ауырыуҙары ыҙалатыуы мөмкин, шуға күрә бала донъяға килеү менән уны һау-сәләмәт үҫтереү тураһында хәстәрлек күреү – ата-әсәнең иң ҙур бурысы. Табиптар раҫлауынса, хәҙерге заман кешеһенең 120 йәшкә тиклем, хатта унан да артығыраҡ йылдар иҫән-һау йәшәү мөмкинлеге бар. Барыбыҙға ла уйланырға урын бар...
- Динә АРЫҪЛАНОВА