“Табип һөнәрендә профессионализм һәм юғары яуаплылыҡ айырыуса һиҙгерлек һәм кешелеклелек менән ярашып килә, – тине бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантанала. – Беҙҙең ғалим-табиптарыбыҙҙың ҡаҙаныштары донъяла киң билдәле. Мәҫәлән, беҙҙең офтальмологтарыбыҙ етештергән “Аллоплант” пластик материалы, нанотитан нигеҙендә һөйәк пластикаһы өсөн инновациялы материал”.
Медицина өлкәһендә һөйөнөслө ваҡиғалар булып тора. Башҡорт дәүләт медицина университетында Волга буйы федераль округында беренсе булып Робот хирургияһы үҙәге асылды. Оҙаҡламай университет клиникаһында Клиник онкология институты асылыуы көтөлә. “Ошо көндәрҙә республикала тәүге тапҡыр “Рәсәй фәндәр академияһы академигы” исеменә медицина фәндәре докторы, медицина университеты ректоры Валентин Николаевич Павлов лайыҡ булды, был ваҡиға менән уны ихлас ҡотлайым!” – тине республика етәксеһе.
Ул коронавирус инфекцияһы менән тәүге көндән үк көрәшкә күтәрелгән 25 меңдән ашыу медицина хеҙмәткәренә рәхмәт белдерҙе. Сарала ҡатнашыусылар ковидты йоҡтороу һөҙөмтәһендә яҡты донъянан киткән 52 медицина хеҙмәткәрен бер минут тын ҡалып иҫкә төшөрҙө.
Пандемия ваҡытында 20 меңдән ашыу медицина хеҙмәткәренең ауырыуы билдәле. Әле табиптар Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында эшләй.
“Бөгөн беҙҙең менән Донбасстан ҡайтҡан табиптар бар. Әйҙәгеҙ уларҙы тәбрикләйек! Ҡаһарманлыҡтары һәм юғары профессионаллектәре өсөн рәхмәт белдерәйек!” – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе табиптарға Лука Крымский миҙалдарын, Рәсәй Президентының Рәхмәт хаттарын һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Фото:"Башинформ"