Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
26 Июнь 2022, 22:30

Күҙҙәр өсөн - ябай күнекмәләр

Уларға көн дә ун минут ваҡыт бүлгәндә лә, һөҙөмтәһе һөйөндөрөр. Ниндәй күнекмәләр кәрәклеге хаҡында - яҙмала.

Күҙҙәр өсөн - ябай күнекмәләр
Күҙҙәр өсөн - ябай күнекмәләр

Тәндең һәр ағзаһы үҙе тураһында даими хәстәрлек-тәрбиә талап итә, шул иҫәптән күҙҙәр ҙә. Уларға көн дә бүленгән ун минут ваҡыт мөғжизә тыуҙыра ала тип ышаныслы әйтергә мөмкин. Түбәндә бирелгән ун күнегеүҙең бишеһен булһа ла көн дә ҡабатлап тороу һиҙелерлек ыңғай һөҙөмтә күрһәтер.

1. Ике минут буйы йыш-йыш еңелсә йомоп-асып тороу күҙҙәрҙең ҡан әйләнешен яҡшырта.

2. Башты бормай ғына бер нисә тапҡыр күҙҙәр менән уңға ҡарайбыҙ һәм тура һыҙыҡ буйынса кире күсерәбеҙ. Шул уҡ күнегеүҙе һул яҡҡа ла эшләйбеҙ.

3. Күҙҙәрҙе еңелсә йомоп ҡараңғылыҡты тойорға өйрәнәбеҙ. Ҡараңғылыҡҡа сумыу яҡтылыҡҡа һиҙгер күҙәнәктәрҙә родопсин барлыҡҡа килтерә, ә ул үҙ сиратында үткер ҡараш өсөн бик мөһим.

4. Башты үҙ күсәрендә - уңға-артҡа, алға-һулға - әйләндереү ҡан әйләнешен яҡшырта. Ун тапҡыр ҡабатлайбыҙ.

5. 3-5 секундҡа күҙҙе ҡыҫып кире асабыҙ - быны ете тапҡыр ҡабатлайбыҙ. Был күнегеү күҙ мускулдарындағы көсөргәнешлекте кәметә, ҡан әйләнешен яйға һала.

6. Ҡарашты төрлө яҡҡа күсерәбеҙ: уңға-һулға, аҫҡа-өҫкә, түңәрәк яһап, һигеҙ һанын һыҙып.

7. Өҫкө күҙ ҡабаҡтарына бармаҡтар менән артыҡ көс һалмай ғына ике секунд тирәһе баҫып торабыҙ. Күнегеүҙе дүрт-биш тапҡыр ҡабатларға. Һөҙөмтә: күҙ эсендәге артыҡ шыйыҡлыҡты сығарыуға ярҙам итә.

8. Тәҙрәләге берәй нөктәгә ҡарап торабыҙ, шунан ҡарашты урамдағы иң алыҫта урынлашҡан берәй предметҡа күсерәбеҙ. Күнегеүҙе ун тапҡыр эшләргә.

9. Ҡабаҡтарҙы йомабыҙ ҙа биш-ун тапҡыр күҙ алмаларын өҫкә-аҫҡа күсерәбеҙ.

10. Асыҡ күҙҙәр ярҙамында һауала төрлө геометрик фигуралар һыҙабыҙ. Тәүҙә ябайҙан башлап ҡатмарлы һыҙмаларға тиклем эшләп ҡарайбыҙ.

Сәләмәт булайыҡ!

Фото: folkextreme.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: