Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
27 Июнь 2022, 22:45

Дауаланмаһаң, бик хәүефле

Муйын остеохондрозын иҫкәртеү буйынса күнегеүҙәр тәҡдим итәбеҙ. Сәләмәт булайыҡ! 

Дауаланмаһаң, бик хәүефле
Дауаланмаһаң, бик хәүефле

Муйын остеохондрозы - хәүефле сир. Ул һиҙҙермәй - ауыртыуһыҙ, бер ниндәй билдәләрһеҙ башлана. Ҡайһы бер осраҡтарҙа ҡолаҡ шаулауы, баш әйләнеүе, ишетеү һәм күреү һәләтенең кәмеүе, хәрәкәттең боҙолоуы, күҙ алды сыбарланыуы күҙәтелергә мөмкин. Артабан ваҡытында дауаланмағанда ҡан баҫымының күтәрелеүенә, мейенең кислородҡа ҡытлығына, иҫтән яҙыуға тиклем еткереүе ихтимал.

Был сирҙе иҫкәртеү өсөн түбәндәге күнегеүҙәрҙе даими эшләп тороу мөһим.

1. Эйәкте муйынға тигеҙеп башты биш тапҡыр тәүҙә уңға, шунан һулға борабыҙ.

2. Саҡ ҡына эйәкте күтәреп шулай уҡ бишәр тапҡыр уңға-һулға бороп күнегеү эшләйбеҙ.

3. Ҡолаҡты яурын башына тейҙерергә тырышып биш тапҡыр уңға һалабыҙ. Шул уҡ күнегеүҙе биш тапҡыр һул яҡҡа ла ҡабатлайбыҙ.

4. Баш тура тора. Мускулдарҙы ҡатырып, ҡаршылыҡ күрһәтеп, башты түшкә табан эйәбеҙ, был ваҡытта түбә өҫкә тартылырға тейеш.

5. Муйын мускулдарын көсөргәндереп, ус менән маңлайға баҫабыҙ. Күнегеү етешәр секунд өс тапҡыр эшләнә.

6. Шулай уҡ мускулдарҙы көсөргәнештә тотоп, һул ус менән һул сикәгә (етешәр секундтан өс тапҡыр), шунан уң ҡул менән уң сикәгә баҫып торабыҙ.

7. Эйәк тура тора, ҡулдарҙы елкәгә ҡуйып баҫҡылайбыҙ. Күнегеү етешәр секунд өс өс тапҡыр башҡарыла.
8. Ике ҡулдың бармаҡтарын тоташтырып, эйәк аҫтына ҡуйып, етешәр секундлап өс тапҡыр еңелсә баҫабыҙ.

Фото: dom-zdorov.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: