Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
27 Июнь 2022, 12:55

Кәмегәндән-кәмей бара...

Ә вакцинация менән хәлдәр нисек тора? 

Кәмегәндән-кәмей бара...
Кәмегәндән-кәмей бара...

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә әйтеүҙәренсә, Башҡортостанда һәм илдә коронавирус менән сирләү осраҡтары кәмегәндән-кәмей бара. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә, һуңғы айҙа ул 30 процентҡа тиерлек кәмегән.

27 июнгә республикала коронавирус инфекцияһы менән ауырыуҙың 290 266 осрағы теркәлгән. 130 пациент стационарҙа һаулығын нығыта, 370-е өй шарттарында дауалана. Һуңғы тәүлектә 50 сирле асыҡланған, 23 кеше һауыҡҡан.

Коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның беренсе компоненты тейеш булғандарҙың 116 процентына (2 883 804 кеше) яһалған, 108,1 процент (2 684 699) тулыһынса вакцинацияны тамамланған. Бөгөнгә 624 395 кеше ревакцинация эшләткән.

Фото: inkazan.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: