Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
28 Июнь 2022, 15:15

Министр ревакцинация яһатты

 "Тормош ритмы бик әүҙем һәм организм үҙен яҡшы  тойһон өсөн уға булышырға кәрәк", – тине Лира Иғтисамова.

Министр ревакцинация  яһатты
Министр ревакцинация яһатты

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, Премьер-министр урынбаҫары – финанс министры  Лира Иғтисамова бөгөн  планлы ревакцинация үтте.

– Сәләмәтлегең хаҡында ваҡытында хәстәрлек күреү мөһим. Ревакцинация иммунитетҡа вирус менән көрәшергә һәм сирләмәҫкә ярҙам итә.  Тормош ритмы бик әүҙем һәм организмға үҙен яҡшы кимәлдә тоторға булышырға кәрәк, – тине Лира Иғтисамова.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, илдә коронавирустан ревакцинация дауам итә. Прививка ирекле һәм бушлай яһала, процедураға яҙылырға мөмкин, шул иҫәптән, “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, коронавирус инфекцияһынан 626 меңдән ашыу кеше ревакцинация үткән.

Фото: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=56513

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: