Республика Башлығы Радий Хәбировтың сәхифәһенән:
"Ете айлыҡ Аришка әсәһе Юлиә менән беҙҙең Кардиология үҙәгенә ике аҙна самаһы элек эләккән. Сабыйҙы физик көсөргәнештә тын ҡыҫылыуы борсоған. Табиптар ҡыҙыҡайға йөрәк сире тигән диагноз ҡуйған. Бала юғары квалификациялы медицина ярҙамына мохтаж булған.
Аришка ата-әсәһе һәм ағаһы менән Өфөгә Луганск Халыҡ Республикаһынан килгән. Ата-әсәнең оҙайлы ваҡыт, Башҡортостанға тиклем, махсус белгестәргә мөрәжәғәт итә алмауы аңлашыла.
Республика кардиология үҙәгендә операция ваҡытында балалар кардиохирургы Нарат Йәнбәков етәкселегендәге табиптар бригадаһы ҡыҙыҡайҙың тыумыштан килгән йөрәк сире етешһеҙлеген төҙәтте һәм уның пластикаһын эшләгән. Улар ике сәғәттән ашыу операция яһаған.
Операциянан һуң шунда уҡ баланың тыны ҡыҫылыуы бөткән, сабый оҙаҡламай һауыҡҡан һәм бөгөн уны өйгә ҡайтарғандар. Артабан ҡыҙыҡайҙы балалар кардиологы күҙәтәсәк.
Аришка йылмая. Медицина хеҙмәткәрҙәре лә, ата-әсәләр ҙә бәхетле. Операция хаҡында сабыйҙың күкрәгендәге бәләкәй йөй генә хәтерләтә.
Уңыштар һиңә, Ариша! Тыныслыҡ һеҙгә, ата-әсәләр!
Йыл һайын республика кардиология үҙәгендә тыумыштан йөрәк сирле балаларға 300-ҙән ашыу операция яһала, шуларҙың 200-ҙән ашыуы - яһалма ҡан әйләнеше шарттарында. Барыһына ла рәхмәт белдерәм!"
Фото һәм сығанаҡ: Радий Хәбировтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.