Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
30 Июнь 2022, 11:15

Яңы тулҡынға әҙер булығыҙ!

Башҡортостан икенсе аҙна инде илдә вакцина яһатыу һәм ревакцинация темпы буйынса алда бара

Яңы тулҡынға әҙер булығыҙ!
Яңы тулҡынға әҙер булығыҙ!

Көҙгөһөн коронавирустың йәнә яңы тулҡыны башланасаҡ. Был хаҡта Business FM студияһында ойошторолған әңгәмә барышында республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдерҙе. Етәксенең әйтеүенсә, һуңғы айҙа коронавирус инфекцияһы менән сирләү осраҡтары 30 процентҡа кәмегән. Министрҙың әйтеүенсә, Башҡортостан икенсе аҙна инде илдә вакцина яһатыу һәм ревакцинация темпы буйынса алда бара, әле өсөнсө урында.

Республикала эпидемиологик хәл яҡшырыуына ҡарамаҫтан, һаулыҡ һаҡлау тармағы хеҙмәткәрҙәре коронавирустың яңы тулҡынына әҙерләнә. Инфекция көҙ етеү менән төбәкте ялмап аласаҡ, был тәү сиратта миҙгелгә хас киҙеү һәм киҫкен респиратор вируслы сирҙәр күтәрелеүе менән бәйле.

 Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ковидтан ревакцинация яһау буйынса “юл картаһы” эшләнде. Республикаға “дельта-штамм” әйләнеп ҡайтмаһын өсөн  тырышлыҡ һалынасаҡ.

Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: