“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы республика буйлап эшен дауам итә. Барлығы 61 меңдән ашыу кеше табиптар тарафынан ҡабул ителгән, 23 меңгә яҡын тикшереү үткәрелгән. Ниндәйҙер сиргә шик тыуғанда һәм социаль әһәмиәтле сирҙәр асыҡланғанда граждандарҙы дауалау йәки диагнозды аныҡлау өсөн дауаханаларға ебәргәндәр, контролгә алғандар.
Медицина бригадалары республиканың алты районында эшен дауам итә:
Өфө маршруты Благовещен районында эш башлай (4-6 июлдә Яңы Надеждинда, 7-8 июлдә Төрөшлөлә);
Дыуан маршруты Дыуан районында эш башлай (4-5 июлдә Мәтәүлелә, 6-8 июлдә Мәтәлелә);
Нефтекама маршруты Краснокама районында эш башлай (5-6 июлдә Яңы Бурала, 7-8 июлдә Арланда);
Октябрьский маршруты Йәрмәкәй районында эш башлай (4-6 июлдә Һыуыҡҡулда, 7-8 июлдә Иҫке Турайҙа);
Стәрлетамаҡ маршруты Федоровка районында эш башлай (6-8 июлдә Бала Сытырманда);
Белорет маршруты Йылайыр районында эш башлай (1-5 июлдә Юлдыбайҙа).
Алты маршрут та графиктарға ярашлы хәрәкәт итә. Бөтәһе 26 күсмә комплекс йәлеп ителгән.
Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.