Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
1 Июль 2022, 13:30

“Сәләмәтлек поездары” – Рәсәйҙә иң яҡшыһы

Үҫмер ҡыҙҙарҙың репродуктив сәләмәтлеге буйынса тағы бер республика башланғысы илдә хуплау тапты.

“Сәләмәтлек поездары” – Рәсәйҙә иң яҡшыһы
“Сәләмәтлек поездары” – Рәсәйҙә иң яҡшыһы

Башҡортостанда ойошторолған “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” проекты 2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип табылды һәм бөтә ил буйынса ойоштороу өсөн тәҡдим ителде.

Был хаҡта Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналында сығыш яһаған һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Елена Ғәлимуллина белдерҙе. Үҫмер ҡыҙҙарҙың репродуктив сәләмәтлеге буйынса тағы бер республика башланғысы илдә хуплау тапты. Проекттың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ярҙамы менән өс йыл эшләү дәүерендә 80 меңдән ашыу бала тикшеренеү үткән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Сәләмәтлек поездары” “Сәләмәт республика –сәләмәт төбәк” акцияһына ярашлы, 2022 йыл башынан Башҡортостандың алыҫ төбәктәрендә йәшәгән 54 меңгә яҡын кешенең һаулығын тикшерҙе.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: