30 июндә “Өфө-Арена”ла Башҡортостан дәүләт медицина университетын быйыл тамамлаған 1500-ҙән ашыу студентҡа диплом тапшырыу тантанаһы үтте.
Сараға сит илдәрҙән, Рәсәй төбәктәренән, республикабыҙ райондарынан һәм ҡалаларынан балаларын дәртләндереү өсөн килгән ата-әсәләргә университеттағы ижади коллективтарҙың концерт номерҙары тәҡдим ителде. Сығарылыш студенттарының вальсы, БДМУ-ның барлыҡҡа килеү тарихы тураһындағы театрлаштырылған тамаша - барыһы ла сараны сағыу шоуға әйләндерҙе.
Туған университеты менән хушлашҡан студенттарҙы Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Альбертович Мурашко видеомөрәжәғәт аша ҡотланы. Тәбрикләү һүҙҙәре менән БДМУ ректоры, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Валентин Николаевич Павлов сығыш яһаны. "Бөгөн ҙур отряд Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау рәтенә ҡушыла. Сығарылыш студенттарының күбеһе уҡыу барышында уҡ үҙен күрһәтте - "ҡыҙыл зона"ларҙа эшләне, табип бригадалары менән райондарға йөрөнө, уларҙың эше Башҡортостандың, Рәсәйҙең юғары наградалары менән билдәләнде. Шуны онотмағыҙ: донъяның иң яҡшы юғары уҡыу йортонда уҡынығыҙ һәм һәр ваҡыт белем алыуығыҙҙы, камиллашыуығыҙҙы дауам итергә тейешһегеҙ. Тормошта иң мөһиме – ғаилә: үҙ ғаиләгеҙҙе булдырығыҙ, аҙаҡ балаларығыҙҙы ла БДМУ-ға уҡырға ебәреүегеҙҙе теләйбеҙ», - тип изге теләктәрен еткерҙе ректор.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин үҙ ҡотлауында медицинаның иң кешелекле һөнәр булыуын, бында осраҡлыларҙың юҡлығын билдәләне.
Диплом тапшырыу тантанаһы Рәсәй Федерацияһы табибы антын ҡабул итеү менән тамамланды.
Студенттарҙың күбеһе интервьюларында белдереүенсә, улар республикала ҡалырға теләй һәм ҡайҙа эшкә барасағын, белемен ҡайҙа ҡулланасағын белә. Университет тарафынан йәш белгестәрҙе хеҙмәт урыны менән тәьмин итеү буйынса аныҡ эш яйға һалынған.
Фото: Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.