Әбйәлил районынан коллегабыҙ, “Бәйләнештә” селтәрендә ҡыҙыҡлы, фәһемле яҙмалары менән даими уртаҡлашып барған Рәхимә Мусина яңы шөғөлө тураһында яҙҙы.
“Юлыҡты бит апайығыҙ тағы бер шөғөлгә... Үлән сәйе яһайбыҙ! Баҡсамда бер йәш япраҡ ҡалманы... Бер-ике йыл элек болануттан (иван-чай) ферментлау юлы менән эшләнгән сәй алып эсеп ҡарағас, тәмен яратмай, "был минеке түгел" тигәйнем. Быйыл, берәүҙән ишетеп, ҡарағат менән ҡурай еләге япрағынан үҙем яһап ҡараным да... үлән сәйенә ғашиҡ булдым. Әле эшләгән ыңғайы бик тәмле! Еҫе тиһәң ана инде: әскелтем генә еләк-емеш, кәнфит еҫтәре килә! “Ютуб”тағы блогерҙар: "Үлән сәйе шарап кеүек, ултыра-ултыра тәмләнә", - тигәстәре, ҡышҡылыҡҡа өмөттәр бигерәк ҙур!
П.С. Сынаяҡта – гранулланған ҡурай еләге сәйе (уныһы һулдағы һауытта, ә уңда – эре япраҡлы ҡарағат сәйе). Сиратта – сейә япраҡтары, унан еләк, алма, муйыл...” – тип хәбәр итте Рәхимә апай.
Ул әлегә иң ҡулай алым эҙләүе, шуға күрә рецепт менән уртаҡлашмай тороуы тураһында белдерҙе. “Өйрәнәм тиһәң, “Ютуб” – ярҙамсы! Мин гранулланғанын ит турағыс аша үткәрҙем, тегеһен ҡайсы менән ҡырҡҡыланым, бысаҡ менән турарға ла була”, - тип яҙҙы Әбйәлил оҫтабикәһе.
Сығанаҡ һәм фото: vk.com/id117785719