Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
3 Июль 2022, 15:00

"100 йәшкәсә йәшәгән ҡарт өләсәйем дауалаған"

"Ер ҡото" этномәҙәни фольклор фестивале 16 июлдә — Әбйәлилдә, ә 17 июлдә Баймаҡ районы Манһырҙа (Мөжәүир хәҙрәт ауылында) ойошторола.

"100 йәшкәсә йәшәгән ҡарт өләсәйем дауалаған"
"100 йәшкәсә йәшәгән ҡарт өләсәйем дауалаған"

Башҡортостанда тәүге тапҡыр халыҡ дауалаусыларының «Ер ҡото» республика этномәҙәни фольклор фестивале була. Сара 16 июлдә — Әбйәлил районындағы Айғырбатҡан яланында, ә 17 июлдә Баймаҡ районы Манһар ауылы мәсете (Мөжәүир хәҙрәттең йорт-музейына яҡын) эргәһендәге майҙанда ойошторола.

Халыҡ медицинаһы менән шөғөлләнгән, ярҙамға, кәңәшкә мохтаж йәки ошо тема менән ҡыҙыҡһынғандарҙың барыһына ла фестивалдә ҡатнашырға мөмкин. Тыуған яҡты өйрәнеүселәргә, ғалим-фольклорсыларға, этнографтарға ла был сара бик ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Ғаилә менән килергә мөмкин, биләмәлә урынлашыу өсөн уңайлы шарттар булдырыла.

Фестивалде ойоштороусыларҙың береһе - Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, филология фәндәре докторы Гөлнур Ҡолһарина белдереүенсә, "халыҡты дауалау идеяһы мине ғүмерем буйына оҙата барҙы. 100 йәшкәсә йәшәгән ҡарт өләсәйем кендек инәһе булған, дауалаған, доғалары менән күҙ тейеүҙән һәм көнкүреш проблемаларынан ярҙам иткән, үләндәр йыйған. Әсәйем гел уның менән бергә йөрөнө һәм беҙгә лә һөйләй торғайны. Халҡыбыҙҙың туплаған тәжрибәһен һаҡлап ҡалырға һәм уны быуындан-быуынға тапшырырға кәрәк. Һөлөк, ноҡот һалыу, ҡот ҡойоу, мейе ҡағыу кеүек дауалауҙың башҡа төрҙәре көнкүрештә даими ҡулланыла. Халыҡ дауалаусыларынан тыш, табиптарҙы, психологтарҙы, психотерапевтарҙы саҡырҙыҡ».

Әлеге ваҡытта ойоштороу комитетына Башҡортостан райондарынан, Татарстандан ғаризалар килә. Фестивалде ойоштороусыларҙың береһе Гөлфинә Юламанова хәбәр итеүенсә, халыҡ табиптарының сертификаттары йәки быуындан-быуынға тапшырыла килгән дауалау шәжәрәләре тикшерелә. Ошо эшкә яңы тотонғандар өсөн фестивалдә Халыҡ дауалаусылары мәктәбенә ҡабул итеү ойошторола.

Проектта Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә йәшәгән граждандар ҡатнашырға хоҡуҡлы. Йәш сикләүе юҡ. Сарала ҡатнашыу өсөн ғаризаны 13 июлгә тиклем [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.

Фестивалдә ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр өсөн тренингтар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Темалар күп төрлө, мәҫәлән, эскелектән дауалау, ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытыу, ҡатын-ҡыҙ энергияһын арттырыу. Һөнәрҙәр йәрминкәһе, биҙәү-ҡулланма сәнғәт буйынса оҫталыҡ дәрестәре, шифалы милли аш-һыу һәм эсемлектәр, милли биҙәүестәр-бетеүҙәр, дарыу үләндәре күргәҙмә-йәрминкәһе, концерттар ойошторола. Шулай уҡ хәйриә тирмәһе ҡорола, унда мохтаждар өсөн әйберҙәр, кейем-һалым килтерергә мөмкин.

Фестиваль "Ҡатын-ҡыҙҙар - милләт әсәһе" парады менән тамамлана.

Автор фотолары.

"100 йәшкәсә йәшәгән ҡарт өләсәйем дауалаған"
"100 йәшкәсә йәшәгән ҡарт өләсәйем дауалаған"
"100 йәшкәсә йәшәгән ҡарт өләсәйем дауалаған"
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: