+7 °С
Болотло
Өс килограмм помидор, өс килограмм кәбеҫтә, ике килограмм сөгөлдөр, бер килограмм кишер, 800 грамм татлы борос, өс баш һуған, 200 грамм һарымһаҡ, бер бәйләм петрушка, 300 грамм үҫемлек майы, 300 миллилитр һеркә, бер аш ҡалағы шәкәр, 10 сәй ҡалағы тоҙ, бөртөклө борос алабыҙ.
Сөгөлдөрҙө, кишерҙе ҡырғыс аша үткәрәбеҙ, помидорҙы, боросто, һуғанды петрушканы, һарымһаҡты турайбыҙ ҙа үҫемлек майында быҡтырабыҙ. Шунан банкаларҙы стерилләп, әҙер ҡушылманы эҫе көйөнсә һалабыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: spmguild.ru