Башҡортостанда “сысҡан биҙгәге” буйынса хәлдәр бик ҡырҡыулаша башлаған. Был турала бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак һөйләне. Уның белдереүенсә, бөйөр синдромы менән геморрагик биҙгәк менән ауырыу уҙған йыл менән сағыштырғанда биш тапҡырға артҡан.
Ул Башҡортостандың Рәсәйҙәге бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәктең тәбиғи сығанағы буйынса иң әүҙем төбәк булыуын иҫкә төшөрҙө.
Иң юғары күрһәткестәр – Өфөлә һәм яҡын-тирәләге райондарҙа.
Ғәҙәттә, кешеләр тәбиғәттә: урманда йөрөгәндә, походтарҙа, бәшмәк, сәтләүек, еләк-емеш һәм үлән йыйғанда зарарлана.
– Төп проблема – етерлек булмаған дератизация. Рәсәйҙең “Микроб” чумаға ҡаршы институты хәүефтәрен иҫәпләү буйынса, республикабыҙҙа кимереүселәрҙән 86 мең гектар самаһы ерҙе эшкәртергә кәрәк. Бөгөн беҙ 49 мең генә эшкәртәбеҙ, – тине ул.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был мәсьәләне 13 июлдә айырым кәңәшмәлә ҡарарға ҡушты.
Фото: "Бәйләнештә".