Башҡортостан
-15 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Хәл хәүефле...

“Европа илдәрендә COVID-19 менән сирләү осраҡтары, шул иҫәптән ауыр  штамдар менән сирләүҙәр һаны арта башланы”, – тине Анна Казак.

Хәл хәүефле...
Хәл хәүефле...

Башҡортостанда коронавирусҡа коллектив иммунитет 20,7 процент тәшкил итә. Хәл бик хәүефле. Ошо хаҡта Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор етәксеһе Анна Казак Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән республика Хөкүмәте кәңәшмәһендә белдерҙе.

Ул көҙгө эпидемик күтәрелешкә тиклем ни бары ике ай ҡалды тип билдәләне. “Европа илдәрендә COVID-19 менән сирләү осраҡтары, шул иҫәптән ауыр штамдар менән сир һаны арта башланы”, – тине Анна Казак.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, һуңғы 30 көндә Башҡортостанда ковид менән сирләү осраҡтары 33 процентҡа кәмегән.

Яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын халыҡтың 116,9 проценты һалдырған, 109,5 процентында вакцинация тулыһынса тамамланған. 637 мең 698 кеше ревакцинация үткән.

Фото: ГорОбзор. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в