Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
5 Июль 2022, 10:30

Яңы баш табиптар тәғәйенләнде

Мәләүез һәм Раевка үҙәк район дауаханаларында яңы етәкселәр 

Яңы баш табиптар тәғәйенләнде
Яңы баш табиптар тәғәйенләнде

Мәләүез үҙәк район дауаханаһының баш табибы вазифаһына Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының неврология бүлексәһе мөдире Салауат Вилсам улы Өмөтбаев тәғәйенләнде.  Пандемия ваҡытында ул республиканың 16 медицина хеҙмәткәре менән бергә Ҡарасәй-Черкес републикаһында  командировкала булды. Был хаҡта  “Башҡортостан” гәзитендә  йәш табип менән әңгәмә лә  баҫылып сыҡҡайны. Уға 2020 йылда  Ҡарасәй - Черкес республикаһының атҡаҙанған табибы тигән исем бирелде.

 Раевка үҙәк район дауаханаһының баш табибы вазифаһына Венер Миниварис улы Иҙәкәйев тәғәйенләнде. Ул Ауырғазы районының Туҡай ауылында тыуып үҫкән. Хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт медицина университетында табип-интерн булып башлай.  Аҙаҡ Башҡортостан Республикаһы буйынса Ҡулланыусылар хоҡуҡтары һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса  федераль хеҙмәт идаралығында белгес, бүлек начальнигы урынбаҫары, Дәүләкән һм Раевка үҙәк район дауаханаларында табип-эпидемиолог вазифаларын атҡара. Венер Иҙекәйев – медицина фәндәре кандидаты. 2021 йылдан – Ҡулланыусылар хоҡуҡтары һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса  федераль хеҙмәт идаралығы бүлеге начальнигы урынбаҫары.

Фото: Мәләүез үҙәк район дауаханаһы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: