Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
6 Июль 2022, 22:30

Өйҙәгеләр ауырыһа, ул һулый...

Яран гөлөн төрлө ауырыуҙарҙы дауалауҙа нисек ҡулланырға?

Өйҙәгеләр ауырыһа, ул һулый...
Өйҙәгеләр ауырыһа, ул һулый...

Аристрократтар сәскәһе тип иҫәпләнгән яран гөлө күҙ ҡамаштырғыс ҡабарынҡы сәскәләре менән һәр йортто тиерлек биҙәй. Матур сәскәле гөл булыуҙан тыш, ул ҡайһы бер сирҙәргә ҡаршы дауалау үҙенсәлектәренә лә эйә.

Дауалау сифатында яран гөлөн нисек ҡулланырға?

Йүткеректе баҫыр өсөн бер литр һыуға 25 грамм гөл япрағын һалып 10 минут ҡайнатырға. Шул һыу менән тамаҡты сайҡатып, сир билдәләренән ҡотолорға мөмкин. Танау тонғанда һутын танауға тамыҙалар.

Ярандың япрағын ҡушҡар һөйәктәренә (беләҙек) һалһаң, ҡан баҫымы нормаға килә.

Отит менән яфаланғанда япраҡты иҙгеләп, төрөп, төнгөлөккә ҡолаҡҡа ҡуйып ятырға, теш һыҙлағанда, тешкә һалырға була.

Яран гөлө бактерицид матдәләр бүлеп сығара, шунлыҡтан ул сир тыуҙырыусы стафилококк бактерияларын үлтереү һәләтенә эйә.

Тиреләге экзема, бүтән төрлө һытҡы-төрткөләрҙе гөлдөң япрағынан яһалған эфир майы дауалай ала.

Остеохондроз һәм радикулит менән ыҙа сиккәндә яран япраҡтарынан компресс һалып һыҙланыуҙы баҫырға була.

Яран гөлө косметология өлкәһендә лә уңышлы ҡулланыла. Сәс ҡойолғанда, уның төнәтмәһе менән сайҡатырға һәм проблеманан ҡотолорға мөмкин.

Яран гөлө өйҙәгеләрҙең һаулығына ҡарата бик һиҙгер - кеше ауырыһа, ҡыҙылынан башҡаһы, барыһы ла һулый, тиҙәр...

Фото:pocvetam.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: