Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
7 Июль 2022, 19:00

Йәшел һуған менән йомортҡанан бәлеш

Рецебы - яҙмала. Табындарығыҙ түңәрәк, эштәрегеҙ уң булһын!

Йәшел һуған менән йомортҡанан бәлеш
Йәшел һуған менән йомортҡанан бәлеш

Башта ҡамыр әҙерләйбеҙ. Уның өсөн 400 миллилитр кефир, 150 грамм аҡ май, 300 грамм он, ике йомортҡа, ике аш ҡалағы шәкәр, ярты балғалаҡ тоҙ, балғалаҡ ярым йомшартҡыс кәрәк.

Эслек өсөн: ике бешкән йомортҡа, бер бәйләм йәшел һуған, бер балғалаҡ тоҙ, бер балғалаҡ үҫемлек майы.

Аҡ майҙы иретәбеҙ ҙә уға тоҙ, шәкәр ҡушабыҙ. Әҙер ҡатнашмаға кефирҙы ҡоябыҙ. Йомортҡа, йомшартҡыс, он өҫтәп, һәйбәтләп бутайбыҙ.

Артабан эслеккә тотонабыҙ. Йәшел һуғанды майҙа әҙерәк ҡыҙҙырабыҙ, йомортҡаны ваҡлап турап, тоҙ һалып бутайбыҙ. Шунан табаға ҡамырҙың бер өлөшөн ҡоябыҙ. Өҫтөнә эслек һалабыҙ ҙа ҡамырҙың икенсе өлөшөн ҡушабыҙ. Духовканы 170-180 градусҡа тиклем йылытып, 40 минут тирәһе бешерәбеҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: kafeobed.ru

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас: