Тормошҡа ышаныс, өмөт менән ҡарағандар, йәғни оптимистар, ҡәһүә эсергә әүәҫ, тип әйтергә яраталар. Күптәр өсөн ул “иртә”, ”көн башланды, уян!” төшөнсәһе менән бер. Ә йоҡонан уяныу менән ҡәһүә эсергә тотоноу яраймы ни?
Был эсемлектең файҙаһы тураһында бәхәсләшеүселәр әлегәсә тынмай, шулай ҙа “алтын урталыҡты” табырға була. Бөтә донъяла танылыу алған эсемлеккә ғалимдарҙың да иғтибары ҙур. Уларҙың фекеренсә, ҡәһүә үҙәк нервы системаһына “тәбиғи будильник” кеүек тәьҫир итә, шуға күрә беҙ бер шәшке экспрессо эсеү менән тиҙерәк уянып, дәрт, күтәренке күңел менән яңы көндө башлайбыҙ.
Ғалимдарҙың фекеренсә, кофе мейе эшмәкәрлеген яҡшырта, арыуҙы кәметә, эшкә һәләтлекте һәм физик әүҙемлекте арттыра.
Ҡәһүә орлоҡтары антиоксидант тәьҫиренә эйә. Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, өлкәндәр ҡәһүәне самалап эскәндә зиһен, аҡыл асыҡлығын һаҡлаясаҡ, ул Альцгеймер һәм Паркинсон сирҙәре хәүефен кәметәсәк. Эпидемиологтар был эсемлектең бауыр сирҙәре үҫешен кәметеүен дә иҫбатлаған.
Эсемлектең файҙалы яҡтары ифрат күплеген белдек тә ул, тик уны сәләмәтлеккә зарар килтермәү өсөн нисек дөрөҫ ҡулланырға?
Ҡайнар ҡәһүәне ас көйөнә эсеү ашҡаҙан тиресәһен ҡуҙғытыуы, ашҡаҙан әселеген арттырыуы мөмкин. Уға һөт өҫтәһәгеҙ, яҡшыраҡ булыр. Ғөмүмән, әселеге юғары булғандарға иртәне ашамаған көйөнә ҡәһүәнән башларға кәңәш итмәйбеҙ. Аҡһымға, майҙарға, ҡатмарлы углеводтарға бай иртәнге аш эргәһендә бер шәшке сифатлы ҡәһүә булыуы бик яҡшы!
Белгестәрҙең әйтеүенсә, бер йотом ҡәһүә кәйефте күтәрә, ҡан әйләнешен яҡшырта. Был файҙалы эсемлектең тағы ла беҙ белмәгән әллә күпме файҙалы яҡтары бар икән – организмды йәшәртә, холестериндың төйөрләнеүенә ҡаршылыҡ күрһәтә, майҙарҙы тарҡата, матдәләр алмшыныуын, ашҡаҙан-эсәк юлы эшмәкәрлеген яҡшырта... Тик һәр нәмәлә сама кәрәк булған кеүек, ҡәһүә эсеүҙең дә тәртибе бар. Көнөнә ике-дүрт шәшке эсеү бары файҙаға ғына, эсемлек менән артыҡ мауығыу, киреһенсә, организм эшмәкәрлеген боҙоуы ихтимал.
Фото:nastroy.net