Ҡәҙриә апай – бик хәстәрлекле, һаҡсыл хужабикә. Яңыраҡ осрашҡанда ул, үҙенең күптән түгел ығы-зығыға бирелеп, әллә күпме аҙыҡ-түлек һатып алып, хәҙер уны әрәм-шәрәм итмәй һаҡлау тураһында борсолоуын белдерҙе.
Аҙыҡ-түлек тирәләй шау-шыу ҡуптарыу ғәҙәтенән һаман арына алмайбыҙ шул. Ҡайһы бер йорттоң йә балкондың шәкәр, макарон, ярма келәтенә әүерелгәне сер түгел. Ә бит һәр аҙыҡтың һаҡлау ваҡыты бар. Хатта завод ҡабы ла тауарҙың яҡшы һаҡланыуын гарантияламай.
“Аҙыҡ ҡаптарында һауа әйләнеше булһын өсөн ваҡ ҡына тишектәр эшләнә, шуға күрә улар аша бөжәктәр инеү ихтималлығы һәр саҡ бар”, – ти техник фәндәр кандидаты Д. Быстров. Уның әйтеүенсә, аҙыҡ-түлекте һатып алғанда ҡаптарҙың төҙөк, йыртылмаған, асылмаған булыуына иғтибар итергә кәрәк. Аҙыҡтың массаһы үлсәгәндә күберәк булып сыҡһа, уның дымланған булыуы ихтимал. Тимәк, бындай аҙыҡты оҙаҡ тотоп булмай.
Аҙыҡ-түлекте һаҡлау өсөн һалҡынса, ҡараңғы урын кәрәк, кухня шкафтарында ла һаҡлау мөмкин. Төп ҡағиҙә – улар һыу һәм йылылыҡ сығанаҡтарынан алыҫ булһын. Шкаф эстәрен сода һалынған йылы һыу менән йыш ҡына йыуып торорға кәрәк. Ике ай һайын запастарығыҙҙы тикшереп тороғоҙ, “саҡырылмаған ҡунаҡтар” ояламағанмы? Күгәргән, әсегән һәм башҡа аҙыҡҡа хас булмаған еҫ һиҙелһә, бындай ярманы ташларға тура киләсәк. Ҡаптарҙа күрһәтелгән ҡулланыу срогын үткәреп ебәрмәгеҙ.
Үҫемлек майы ҡояш нуры төшкән ерҙә һаҡлауҙы үҙһенмәй, тиҙ арала әсе тәм инәсәк. Уны һалҡын урында быяла һауытта һаҡлау – иң яҡшыһы. Бойҙай онон – алты-һигеҙ, арыш онон дүрт-алты ай һаҡлап була. Ә һалҡын урында ул ике йылдан ашыу боҙолмай һаҡланасаҡ.
Динә АРЫҪЛАНОВА