Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
8 Июль 2022, 18:21

Бауыр яҡшы эшләһен тиһәң...

Баҡһаң, ҡиммәтле дарыуҙарҙан тыш та өй шарттарында бауыр эшмәкәрлеген яҡшыртырға мөмкин икән. Был хаҡта  табип-диетолог Нурия Дианова Sputnik  радиоһына биргән интервьюһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, эремсек бауыр эшмәкәрлеген һәм уның торошон яҡшырта ала. Бының өсөн ризыҡты көн һайын 50 грамм самаһы ғына ашау ҙа етә, тип һанай табип.           

“Эремсектә матдәләр составы яҡшы яраҡлаштырылған. Өҫтәүенә унда метионин бар. Был аминокислота бауырға яҡшы йоғонто яһай, шул иҫәптән бауыр сирҙәренә лә. Бер һүҙ менән әйткәндә, ул бауырҙағы майҙы кәметеүгә булыша. Фәнни телдә әйткәндә, эремсек бауыр күҙәнәктәре метаболизмын яҡшырта”, – ти белгес.

Табип кешегә көн һайын 50 грамм ғына булһа ла эремсек ашарға ҡуша, уны тәүлектең теләгән ваҡытында  ҡулланырға мөмкин, тип иҫәпләй. Беҙҙеңсә, бик файҙалы тәҡдим, эремсектең башҡа файҙалы яҡтарын да яҡшы беләбеҙ бит, зыян булмаҫ.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас: