Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
8 Июль 2022, 16:00

Бындай операция 145 мең доллар тора...

Яҙмыш каскадер Вил Шәйнуровты Өфө хирургы Ринат Рәхмәтуллин менән осраштыра.

Бындай операция 145 мең доллар тора...
Бындай операция 145 мең доллар тора...

Өфө хирургы Ринат Рәхмәтуллин ҡатмарлы операцияны юғары кимәлдә башҡарып, пациентҡа үҙ аяҡтарында йөрөү һәләтен ҡайтарған. Табип әйтеүенсә, беҙҙең медицина хәҙер сит илдекенән ҡалышмай.

Пациент Вил Шәйнуров – профессиональ каскадер, хеҙмәт юлын Өфө циркында башлаған, аҙаҡ билдәле Мәскәү циркында эшләгән.  АҠШ-та оҙаҡ йылдар эшләй һәм тап шунда ныҡ имгәнә. Етди йәрәхәт  арҡаһында уң аяғындағы тубыҡ быуынын протез менән алмаштыралар. Уға операцияны донъяла ҙур танылыу яулаған Роберт Клаппер тигән белгес яһай.

Быйыл икенсе аяғына ла баҫа алмай башлай. Үҙәккә үткес ауыртыу йөрөргә ирек бирмәй. Диагноз - өсөнсө дәрәжәләге артроз.

Яҙмыш уны Өфө хирургы Ринат Рәхмәтуллин менән осраштыра. Операция сәғәт ярым дауам итә. Тубыҡ быуынын алмаштырырға тура килә. Хәҙер унда титан конструкцияһы тора. Ай ярым ваҡыт үткәндән һуң пациент йөрөй башлаған.

Вил Шәйнуров әйтеүенсә, бындай операция Америкала 145 мең доллар тора.  Ә Өфөлә был әмәлиәт дәүләт гарантиялары программаһы квотаһы буйынса, йәғни ил бюджеты иҫәбенә башҡарыла. Бындай ҡатмарлы операциялар хәҙер Башҡортостан хирургтары өсөн ғәҙәти эшкә әүерелде.

Вил Шәйнуров һаулығын тулыһынса тергеҙгәндән һуң яратҡан эшен дауам итмәксе, ул пилатес күнекмәләре менән шөғөлләнә.

Фото:BashNews

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: