Алдағы ял көндәрендә республика медицина ойошмалары эше нисек ойоштороласаҡ? Уларҙың эш тәртибе һәм графигы менән таныштырабыҙ.
Амбулатор-поликлиника ойошмалары 9 июлдә шәмбе көнө графигы буйынса 8.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк, саҡырыуҙар ҡабул ителәсәк, шул иҫәптән 16.00 сәғәткә тиклем кисектергеһеҙ ярҙам да күрһәтеләсәк.
10 июль – ял көнө.
11июлдә – шәмбе графигы буйынса 8.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем эш дауам итә; саҡырыуҙар ҡабул ителәсәк, шул иҫәптән 16.00 сәғәткә тиклем кисектергеһеҙ ярҙам да күрһәтеләсәк.
Өлкәндәрҙе коронавирус инфекцияһынан прививкалау түбәндәге режимда башҡарыла:
10 июлдә –10.00 сәғәттән 15.00 сәғәткә тиклем;
9 һәм 11 июлдә – 8.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем.
Фельдшер-акушерлыҡ пункттарында, шул иҫәптән мобиль, табиплыҡ амбулаторияларында эш медицина ойошмаһының баш табибы раҫлаған графикка ярашлы ойошторола. ”Башфармация” дарыуханалары был көндәрҙә ял көнө режимына ярашлы эшләйәсәк. Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәттәре, травматология пункттары, дежур хеҙмәттәр көсәйтелгән режимда эшләйәсәк.
Фото:rsp.ufa.ru