"Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы республика буйлап эшен дауам итә. Әле бөтәһе 68 361 кеше ҡабул ителгән, 25 427 кеше тикшереү үткән. 2 562 граждандың ҡанында глюкоза, 3 015 кешелә холестерин кимәле юғарылығы асыҡланған. 4 248 кешенең ҡан баҫымы, 2 874 кешенең тән ауырлығы норманан юғары. Ниндәйҙер сиргә шик тыуған пациенттар һәм социаль әһәмиәтле ауырыуҙарға дусар граждандарҙың барыһы ла контролгә алынған, ҡайһы берҙәре поликлиникаларға, дауаханаларға йүнәлтелгән.
Бригадалар графикка ярашлы алты районда халыҡты ҡабул итә:
Өфө маршруты Благовещен районында эшен дауам итә (12 июлдә Туғайҙа, 14-15 июлдә Иҫке Надеждинда).
Дыуан маршруты Дыуан районында эшен дауам итә (12 июлдә Сальевкала, 14-18 июлдә Ярославкала).
Нефтекама маршруты Краснокама районында эшен дауам итә (12-13 июлдә Ҡарыйҙа, 14-15 июлдә Никольскиҙа).
Октябрьский маршруты Йәрмәкәй районында эшен дауам итә (12-13 июлдә Тарҡаҙыла, 14-15 июлдә Бекетовта).
Стәрлетамаҡ маршруты Федоровка районында эшен тамамлай (12-13 июлдә Новоселкала, 14-15 июлдә Дениста).
Белорет маршруты Йылайыр районында эшен дауам итә (14-15 июлдә Һабырҙа).
Алты маршрут та графикка ярашлы ауылдар буйлап юлға сыға. Бөтәһе 26 мобиль күсмә комплекс һәм 156 белгес йәлеп ителгән.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.