Ҡарбуз мәле күптәр өсөн август айы һанала. Хатта 2 август көнө календарҙа Ҡарбуз көнө булараҡ билдәләнә. Әммә һатыу нөктәләрендә бөгөн үк ҡарбуз, ҡауын өйөмдәре тулып ята, һатып алыусылар ҙа юҡ түгел.
Тап ошо мәлдә ҡарбуз ашап ағыуланыу осраҡтары арта. Ағыуланыуҙың төп сәбәбе нитрат кимәленең юғары булыуҙа. Емеште үҫтергәндә ашлама составында азот кислотаһының тоҙон ҡулланалар. Һөҙөмтәлә ҡарбуз һәм ҡауын тиҙерәк, ваҡытынан алда, өлгөрә. Әммә ашламала сама белмәү кеше сәләмәтлегенә зыян килтереүе ихтимал.
Татлы еләкте тәү сиратта ҡулға алып, күтәреп ҡарағыҙ. Ул ауыр, ҡаты булырға тейеш. Туҡылдатып ҡарау ҙа ярҙамға килер. Ҡарбуз зеңкелдәп торһа, тимәк, бешкән. Өҙөлгән һабағының ҡороған булыуы, ҡабығындағы һары таптар ҙа – өлгөргәнлек билдәһе. Шулай ҙа һатыусынан белешмә һорарға онотмағыҙ. Ул мотлаҡ республика белгестәренеке булырға тейеш. Емештең бер килограмына тура килгән нитрат кимәле алтмыш миллиграмдан да артмаҫҡа тейеш.
Күптәр, ҡарбузды яһалма ҡыҙарталар, ти. Белгестәр фекеренсә, был дөрөҫлөккә тап килмәй. Буяу ҙур сығымдар талап итә.
Шулай уҡ белгестәр ҡарбуз һәм ҡауынды июль аҙағында, август башында ғына һатып ала башларға кәңәш итә. Лаборатор тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе күрһәтеүенсә, иң хәүефһеҙе – сиктәш Ырымбур өлкәһенән алып киленгән емештәр. Шуға күрә ҡарбуз һайлар алдынан бер аҙ уйланып алырға ла зыян итмәҫ. Ә инде уны һатып алырға ҡарар итһәгеҙ, бар яҡлап тикшереп алырға онотмағыҙ.
Ҡарбуздың файҙаһы тураһында барыһы ла беләлер. Миҙгелле еләкте ваҡытында ашап өлгөрөү ҙә кәрәк тә бит.
Фото: podrobno.uz