

Үҙенең яҙмышын медицина менән бәйләгән хеҙмәткәрҙәр тәүлек әйләнәһенә кешеләр һаулығы һағында уяу тора: беренсе ярҙам күрһәтә, дауалай, ҡатмарлы операциялар яһай. Ошо һөнәр эйәләренән тыш тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтереп булмай. Красноусол үҙәк район дауаханаһының баш табибы Хәкимйән Сабирйән улы СӘФӘРҒОЛОВ менән әңгәмәбеҙ – ошо тармаҡтағы эшмәкәрлек хаҡында.
– Хәкимйән Сабирйән улы, башта коллектив менән таныштырып үтһәгеҙ ине.
Хәкимйән СӘФӘРҒОЛОВ:
– Бөгөн районыбыҙ медицинаһы йәмғеһе 401 кешене берләштерә. Шуларҙың 52-һе – табип (алты табибә – декрет ялында), шуларҙың өсәүһе – Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, 219-ы – урта медицина персоналы, фельдшерҙар, ҡалғандары – санитаркалар, техник хеҙмәткәрҙәр.
– Хәкимйән Сабирйән улы, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә кадрҙарҙың етешмәүе бер кемгә лә сер түгел. Был йәһәттән районда ниндәй саралар күрелә? Йәш кадрҙарҙы йәлеп итеү йәһәтенән ниндәй маҡсатлы эш алып барыла?
Хәкимйән СӘФӘРҒОЛОВ:
– Ысынлап та, районда аҡ халатлыларҙың етешмәүе, бигерәк тә табиптарҙың булмауы – көнүҙәк мәсьәлә, йәш белгестәр ҡытлығын кисерәбеҙ. Беҙҙең тарафтан дауахананы табиптар менән тулыландырыу йәһәтенән төрлө саралар күрелеүгә ҡарамаҫтан, һаман да кәрәкле белгестәр етешмәй. Шуға ла участка табип-терапевтары ҙур йөкләмә менән эшләй. Табиптар Ф.Р. Камалов менән Н.К. Смирнова хаҡлы ялға сыҡты. Район буйынса 14 участка терапевы урынына дүрт кенә табип-терапевт – Гөлнара Ринат ҡыҙы Зәйнуллина, Эльвира Раян ҡыҙы Әхмәҙуллина, Максим Дмитриевич Никитин, Рафаил Камил улы Хәсәновтар халыҡты ҡабул итә. Йоғошло сирҙәр бүлеге стационарына мөдир итеп тәғәйенләнгән Гүзәл Айҙар ҡыҙы Ноғоманова (табип-инфекционист), төп эше менән бер рәттән, коллегаларына хеҙмәттәшлек күрһәтеп, поликлиникала сирлеләрҙе лә ҡабул итә.
Шуныһы һөйөнөслө: яңыраҡ әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡандан һуң табип-уролог Ғәзинур Рәсих улы Абдрахманов (үҙе – Толпар ауылынан) эшкә килде, шулай уҡ бүтән төбәктә йәшәгән яҡташыбыҙ юғары категориялы табип-гинеколог Хәләф Мөхәмәт улы Ғибаҙуллин (Йөҙимән ауылында тыуып үҫкән) табиптар сафын тулыландырҙы. Табип-статист Регина Валерьевна Кириллова ла ошонда эш башланы.
Районға йәш белгестәрҙе, табиптарҙы йәлеп итеү, уларҙы эшкә урынлаштырыу мәсьәләһендә район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовтың ярҙамын тоябыҙ.
Мәктәптәрҙең сығарылыш уҡыусыларының медицина уҡыу йорттарына инеүенә өлгәшеү өсөн мин хатта биология, химия һәм башҡа фәндәрҙе тәрәнерәк өйрәнеү маҡсатында медицина класын асыуҙы ойоштороу тәҡдимен индергәйнем. Башҡортостан дәүләт медицина университетында, медицина колледждарында белем алған яҡташ ҡыҙ-егеттәр менән даими осрашып торабыҙ.
Күптән түгел район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов Башҡортостан дәүләт медицина университетының педиатрия факультеты студенттары менән осрашҡандан һуң, дүрт студент имтихандарын тапшырып бөткәс, беҙгә эшкә килергә теләк белдерҙе. Райондан маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡыусылар мәсьәләһе беҙҙе борсоуға һала, сөнки был мәсьәлә юридик йәһәттән аҙағынаса нығытылмаған һәм улар, уҡыуҙарын тамамлағас, беҙгә эшкә ҡайтырға ашҡынып тормай.
Районда эшләргә теләк белдергән табиптар өсөн барлыҡ шарттар булдырылған, торлаҡ менән тәьмин итәбеҙ, ауыл еренә барырға теләүселәргә лә бар яҡлап ярҙам ҡулы һуҙабыҙ. Ф.Ф. Сыңғыҙов ярҙамында шифахананың элекке “Аҡ ҡайын” балалар баҡсаһы фатирҙар итеп үҙгәртеп ҡоролдо, йәш белгестәргә тап шунан торлаҡ бирелә.
– Һуңғы ваҡытта үҙәк район дауаханаһы медицина ҡорамалдары менән тулылана, “Сәләмәтлек поездары” ла эшләй, “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтендә лә үҙгәрештәр бар... Ошолар хаҡында ла һөйләһәгеҙ ине.
Хәкимйән СӘФӘРҒОЛОВ:
– Халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн Красноусол үҙәк район дауаханаһында барлыҡ шарттар ҙа бар. Элекке баш табип Алик Рәмил улы Йәнешевтең тырышлығы менән дауахананың матди-техник базаһы заманса ҡорамалдар менән тулыландырылды: рентген ҡоролмаларының барлыҡ комплексы яңырҙы, ике рентген аппараты, маммография, өс экстра-класлы УЗИ, эндоскопик ҡоролмаларҙың тулы йыйылмаһы: ике ФГДС (береһе – видеоэндоскоп), берәр колоноскоп һәм бронхоскоп менән тәьмин ителде. Күптән түгел үҙәк район дауаханаһына республика онкологы килде. Ул Ғафури районында тейешле тикшереү үтеү һәм дауаланыу мөмкинлеге булыуын күреп ҡыуанды һәм бынан ҡәнәғәт ҡалды. Әлбиттә, был сирлеләр өсөн бик мөһим. Шулай уҡ спирограф, холтер аппараты алынды. Лаборатория тулыһынса яңы ҡорамал менән йыһазландырылды, әммә үҙгәрештәргә бәйле анализдарҙы өлөшләтә Стәрлетамаҡҡа ебәрәбеҙ. Барлыҡ фельдшер-акушерлыҡ пункттарына ла ЭКГ аппараттары урынлаштырылды, бөтәһе лә интернет селтәренә тоташтырылды. Хәҙер фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшерҙары, Интернет аша бәйләнеш булдырып, табиптарҙан консультация (телемедицина консультацияһы тип атала) алыу мөмкинлегенә эйә булды.
Кешеләрҙе “Ашығыс ярҙам” структураһындағы үҙгәрештәр мәсьәләһе борсой. Был йәһәттән хәүефләнергә урын юҡ: коллективтың эшендә бер ниндәй ҙә үҙгәреш булмаясаҡ, ярҙам бригадалары элеккесә район халҡын тәүлек әйләнәһенә хеҙмәтләндерәсәк.
Йәнә бер мәсьәләгә асыҡлыҡ индерергә теләйем: Сәйетбаба халҡы ауылдағы тәүлек әйләнәһенә эшләгән дауахананы тергеҙеүҙе һорай, әммә килеп тыуған хәл сәбәпле, был мөмкин түгел, беҙгә 10 койкаға иҫәпләнгән көндөҙгө стационарҙы һаҡлап ҡалырға кәрәк. Районда булған 42 фельдшер-акушерлыҡ пункты һәр ауылға кәрәк. Беҙҙең төп маҡсат – артабан да, ауылдарҙағы медицина учреждениеларында булған мөмкинлектәр менән бер рәттән, фельдшер-акушерлыҡ пункттарында эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәрен һаҡлап ҡалыу.
Модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттарын урынлаштырыуға килгәндә, быйыл берәү ҙә булманы. 2023 йылға беҙ биш ғариза биргәйнек, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан уларҙың өсәүһе раҫланды.
Халыҡҡа диспансерлаштырыу үткәреүҙә күсмә пункттарҙың, “Сәләмәтлек поездары”ның роле баһалап бөткөһөҙ ҙур. “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы буйынса “Сәләмәтлек поездары” Үтәк, Бурлы, Ҡауарҙы, Сәйетбаба ауыл биләмәләре халҡының сәләмәтлек торошон тикшерҙе. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы, Стәрлетамаҡ, Күмертау медицина белгестәренә һәйбәт эш шарттары булдырғандары өсөн был ауыл биләмәләре башлыҡтарына рәхмәтлебеҙ.
Диспансерлаштырыу мәсьәләһе беҙҙә айырыуса киҫкен тора. Был тәңгәлдә план бар, һәм халыҡ уны үтәргә бурыслы. Эш биреүсе хеҙмәткәргә диспансерлаштырыу үтеү өсөн бер көн, пенсия йәшендәге кеше эшләп йөрөһә, уға өс көн биреү ҡаралған. Шуның өсөн ошо мөмкинлектән файҙаланып, сәләмәтлек торошон тикшертергә кәрәк, тип уйлайым. Тап диспансерлаштырыу үткәндә кешенең теге йәки был сире асыҡлана, тикшереү үткәрелә һәм артабан дауалау билдәләнә. Һәр кем шуны яҡшы аңларға тейеш: теге йәки был сирҙе дауалауға ҡарағанда, уны иҫкәртеүе еңелерәк, шуға күрә табипҡа йышыраҡ күренеп тороу зарур.
– Коллективығыҙҙа маҡтауға лайыҡ хеҙмәткәрҙәрҙе лә билдәләп үтһәгеҙ ине…
Хәкимйән СӘФӘРҒОЛОВ:
– Әлбиттә, ундайҙар күп, әммә барыһы тураһында бер юлы әйтеп булмай. Табиптар араһынан табип-невролог Азат Закир улы Сөләймәновты, шәфҡәт туташтарынан – поликлиниканың өлкән шәфҡәт туташы Айгөл Йәнүр ҡыҙы Дәүләтбаеваны, кисектергеһеҙ ярҙам коллективын, “Ашығыс ярҙам”, фильтр-бокс һәм йоғошло ауырыуҙар бүлектәре хеҙмәткәрҙәрен билдәләргә теләйем.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт.
Индира ИШКИНА