Сәләмәт булайыҡ
12 Июль 2022, 12:30

Тажзәхмәт хәүеф тыуҙыра

Һуңғы аҙнала коронавирус менән сирләү осраҡтары дүрт процентҡа артҡан.

Тажзәхмәт хәүеф тыуҙыраТажзәхмәт хәүеф тыуҙыра
Тажзәхмәт хәүеф тыуҙыра

Донъяла коронавирусҡа бәйле хәл йәнә хәүеф тыуҙыра башланы. Сир осраҡтары арта. Башҡортостанда хәлдәр нисек? Был турала бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һөйләне.

Уның белдереүенсә, һуңғы аҙнала коронавирус менән сирләү осраҡтары дүрт процентҡа артҡан. Шул уҡ ваҡытта, һуңғы айҙың дөйөм күрһәткестәрен алһаң, сирләү 38 процентҡа кәмегән. Әлеге ваҡытта 103 кеше дауаханаларҙа ята, 237 пациент өйөндә дауалана.

Республикаға был аҙнала 250 мең доза вакцина килтерелгән, улар медицина учреждениеларына бүленде, тине министр. Уның һүҙҙәренсә, республикала ревакцинация әүҙем дауам итә, ҡабаттан прививка яһатҡан граждандар һаны 644 296-ға еткән.

Республикала вакцина һалдырғандар һаны өс миллионға яҡынлаша (план буйынса - 2,4 миллион кеше).

Төбәктә коронавирус таралыу коэффициенты 1,04 тәшкил итә (Рәсәй буйынса – 1,09). Һуңғы айҙа сирләүселәр 38 процентҡа кәмегән, әммә һуңғы аҙнала дүрт процентҡа артҡан.

Республиканың йоғошло ауырыуҙар госпиталдәрендә 403 урын бар, уларҙың 27 проценты биләнмәгән.

Фото: ufa.mk.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас