

Өфө хирургтары бауыр яман шешен дауалауҙың яңы ысулын үҙләштерҙе. Шештең үҫеше уға үтә түбән температура менән тәьҫир иткәндән һуң туҡтала. Яман шеш күҙәнәктәре туңа һәм һәләк була.
Операция өҫтәлендә өлкән йәштәге ҡатындың яҙмышы хәл ителә. Ул өс йыл инде бауыр яман шешенән яфалана. Томография шунда уҡ ике яңы сир урыны барлыҡҡа килеүен асыҡлаған. Яңынан бысаҡ аҫтына ятыу ҙур хәүеф тыуҙыра, өҫтәүенә организм хәлһеҙләнгән. Тап ошондай ауырыуҙар өсөн Башҡортостан хирургтары үҙләштергән дауалау ысулы йәшәүгә тағы бер мөмкинлек булып тора. Бауырға индерелгән өс энәнең остарындағы температура 250 градус һалҡынлыҡта. Хатта инструменттар процедура мәлендә боҙ менән ҡаплана. Операция бер ниндәй ауыртыуһыҙ үтә, пациент үҙ аңында ҡала.
Хирург Павел Балахнин әйтеүенсә, процедураның үҙенсәлеге туңдырылған, һәләк булған шештең организмдан алып ташланмауында. “Организм үҙе үлгән шеш күҙәнәктәренән ҡотола, аҙаҡ тоташтырыу туҡымаһы менән ҡаплана. Өҫтәүенә һәләк ителгән шеш күҙәнәктәренең аҡһымы организмды яман шешкә ҡаршы көрәшергә өйрәтеүгә һәләтле, йәғни улар вакцина һымаҡ тәьҫир итә башлаясаҡ”, – ти табип.
Яңы ысулдың атамаһын да иҫтә ҡалдырайыҡ – криоабляция. Башҡортостан дәүләт медицина университеты клиникаһы табиптары яңы ысулды үҙләштереүгә ихлас тотондо. Яңы онкология операция бүлмәһенең булдырылыуы, роботлаштырылған ангиографик ҡорамал һатып алыныуы тап ошондай ҡатмарлы эштәрҙе башҡарырға ярҙам итә. Бындай алдынғы заманса ҡорамал Рәсәйҙә ни бары өсәү генә. Яңы техника операцияларҙы юғары теүәллек менән башҡарырға булыша. Был операцияны башлар алдынан белгестәр ашығыс рәүештә консилиум йыйырға мәжбүр булған, сөнки юғары теүәллек менән эшләгән ҡорамал пациентта башҡа аппараттар күрмәгән яңы шеш урындары булыуын асыҡлаған. Универсаль технология теләгән бер шешкә тәьҫир итә ала. Ул бөгөн яман шеште радикаль дауалауҙа иң перспективалы, иң хәүефһеҙ ысулдарҙың береһе һанала. Республика йәмәғәтселеге өсөн әлегә бик үҙенсәлекле һаналған операция лекциялар залында, шулай уҡ Башҡортостан дәүләт медицина университеты сайтында өс сәғәт буйы тулыһынса күрһәтелгән.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.