Сәләмәт булайыҡ
14 Июль 2022, 15:30

COVID-19 сиренән прививка эшләтегеҙ

Инфекцияны еңеп сығыу өсөн коллектив иммунитет булдырырға тейешбеҙ.

COVID-19 сиренән прививка эшләтегеҙCOVID-19 сиренән прививка эшләтегеҙ
COVID-19 сиренән прививка эшләтегеҙ

14 июлдә 15.00 сәғәткә ҡарата бирелгән мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостан Республикаһында 291 074 коронавирус инфекцияһы осрағы теркәлгән. Бөтәһе 284 968 кеше һауыҡҡан, шуларҙың 12-һе - уҙған тәүлектә.

Вакцинаның I компонентын - 2 922 969 кеше, II компонентын 2 751 492 кеше һалдырған.

Коронавирустан 1 пациент вафат булған. Мәрхүм булғандарҙың дөйөм һаны - 5 758 кеше.

Инфекцияны еңеп сығыу өсөн коллектив иммунитет булдырырға тейешбеҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ. COVID-19 сиренән прививка эшләтегеҙ.

Сығанаҡ: https://vk.com/glavbash

Республика Ситуация үҙәгенең берҙәм телефон номеры: 8 (347) 218-19-19, 122 (өҫтәмә 2)

Сығанаҡ: https://vk.com/anlatabiz102

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас