

Йәйҙең иң йәмле сағына аяҡ баҫтыҡ. Тап ошо мәлдә мунса яратыусылар ҡышҡылыҡҡа етерлек миндек бәйләп ҡалырға тырыша. Журналист Рәйлә Күсемханованың кәңәштәренә ҡолаҡ һалайыҡ әле.
“Миндек бәйләүҙең – үҙ ҡағиҙәһе. Ғәҙәттә, уны июль башында, япраҡ бешкәс, һырғаланмаҫ борон әҙерләйҙәр. Һындырыр өсөн япраҡтары аҫҡа эйелеп торған йәш сәүелдәрҙе һайлайҙар. Халыҡ телендә ундай төр ҡайындарҙы "инә ҡайын" тип йөрөтәләр, имеш. "Ата ҡайын" өҫкә ҡарап үҫә. Ә беҙҙең ғаиләнең миндек әҙерләгәндә икенсе йолаһы ла бар. Руслан (ире – редакция) мине урманға маҡтай-маҡтай алып бара ла, мин һындырам, ул бәйләп кенә ултыра. Әллә үҙем урманда үҫкәнгәме, минең миндек һындырыуым, ысынлап та, уға ҡарағанда яҡшыраҡ, оҫтараҡ, хатта тиҙерәк тә килеп сыға. Бәйләнгән япраҡтарҙы, әлбиттә, дөрөҫ һаҡлау – айырым оҫталыҡ.
Кисә ҡояш байыр алдынан ғына Йылайыр урманында миндек бәйләнек. Ә һеҙ ҡыш сабынырға миндек һындырҙығыҙмы әле?” – тип яҙҙы ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Шулай уҡ һуңғы йылдарҙа ҙур туңдырғысы булған кешеләр миндекте туңдырып һаҡларға өйрәнеп алды. “20 дана самаһы бәйләп, аҙыҡ-түлек пленкаһына таяҡса кеүек итеп урап, туңдырғысҡа һалып ҡуйҙым. Ҡышҡыһын әле генә өҙөп бәйләгән миндек кеүек була”, - тип туңдырыу серҙәре менән уртаҡлашты социаль селтәрҙә Зөлфиә Шәнйәзова.
Әйткәндәй, туңдырылған миндектең файҙалы сифаттары нығыраҡ һаҡлана.
Фотолар: vk.com/id95539978 һәм img.avito.st