

Республика клиник онкология диспансерында III Волга буйы төбәк-ара “Волжские дали” конференцияһы бара.
“Шуныһы яҡшы, ковид эпидемияһы менән бәйле сикләүҙәр алынды һәм бөгөн залда байтаҡ йәштәрҙе күрәбеҙ, бәйләнешкә сит тарафтарҙағы хеҙмәттәштәребеҙ ҙә ҡушылды. Был беҙ үткәргән сараның кәрәклеге хаҡында һөйләй”, – тине тәбрикләү һүҙендә республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин. Ул конференция эшендә уңыштар теләне һәм онкология диспансеры алдынғыларына наградалар тапшырҙы.
Конференцияла федераль дауалау үҙәктәренең, республика онкология диспансерының белгестәре ҡатнаша. Форумда диагностиканың, дауалауҙың яңы ысулдарын ҡулланыу өйрәнеләсәк. Робот-хирургтар ярҙамында үткәрелгән әмәлиәттәр тура эфирҙа барасаҡ. Онкология сирҙәре менән көрәш – “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының мөһим йүнәлеше. Конференцияла ҡатнашыусылар бөгөн эш тәжрибәләре менән уртаҡлаша, Рәсәйҙең иң яҡшы онкологтарының ҡаҙаныштары менән таныша.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.