

Быйыл йәй «#КультураДонорству #КультурныйКодДонора» Бөтә Рәсәй акцияһының төп этабына старт бирелде. Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү милли фонды башланғысы менән акция Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылының саралар программаһына индерелде.
Акцияның бурыстары рәтендә – төбәктәге ҡан хеҙмәттәре учреждениелары ихтыяжына ярашлы ҡан запастарын тулыландырыуға йүнәлтелгән донор сараларын үткәреү; Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫын һаҡлаусыларҙы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен донорлыҡ хәрәкәтенә йәлеп итеү; төбәктәрҙең мәҙәни тормошона донорҙарҙы йәлеп итеүгә булышлыҡ күрһәтеү, Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм популярлаштырыу; донорлыҡ өлкәһендә ведомство-ара бәйләнештең иң яҡшы өлгөләрен дөйөмләштереү.
Акция барышында донорҙарҙы яҡлауға йүнәлтелгән саралар, проекттар үткәрелеүе,мәҙәниәт учреждениеларында, мәҙәни ваҡиғаларҙа ҡатнашыуға өҫтөнлөк бирелеүе мөмкин. Шулай уҡ донорҙарҙы ижади оҫтаханалар, театр студиялары, эҙәрмәндәр экспедицияларында ҡатнашыуға, төбәктәрҙең мәҙәни мираҫы тураһында материалдар әҙерләүгә йәлеп итеү мөмкин.
Бөтә Рәсәй акцияһында теләгән бер ҡан хеҙмәте, мәҙәниәт учреждениеһы, социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, власть органдары вәкилдәре, шулай уҡ корпортив донорлыҡты үҫтергән ойошма һәм учреждениелар ҡатнаша ала. Рәсәй төбәктәрендә акцияны ҡан хеҙмәтенең федераль һәм төбәк учреждениелары ойоштора. Иң әүҙем ҡатнашыусылар, ойоштороусылар, шулай уҡ һөҙөмтәле эшләгән төбәктәр дипломдар, иҫтәлекле приздар менән наградланасаҡ.
Белешмә алыу өсөн donorcenter@yandex.ru һәм телеграм-каналдағы t.me/nfrzchat сайтына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Фото:gbuzmood.ru