Диетологтар йәшел төҫтәге татлы боросто маҡтап бөтә алмай. Улар раҫлауынса, был йәшелсә тән тиреһенең ҡартайыуына ҡаршы көрәшә, сәләмәтлек өсөн бик файҙалы. Унда В, С, А, Е витаминдары, каротин, аҙыҡ епсәләре, селен, натрий, магний, кальций, тимер, цинк, баҡыр, марганец, фосфор бар, шулай уҡ ул тәбиғи антиоксидант булып тора.
Бик йыш осраған “антиоксидант” һүҙенә ҡыҫҡаса аңлатма биреп китеү урынлы булыр. Был матдәләрҙең төп бурысы – организмдағы әсеү процесына ҡаршы көрәшеү. Улар күҙәнәктәрҙе тергеҙә, ҡартайыуҙы аҡрынайта, иммун системаһын нығыта, матдәләр алмашыныуын көйләй, йөрәк сирҙәре хәүефен кәметә, зарарлы нурланыштан һаҡлай. Бик күп төрлө витамин һәм микроэлементтарҙы туплаған был йәшелсә һырҙарға, тире проблемаларына ҡаршы көрәшә, ашҡаҙан-эсәк юлы эшмәкәрлеген көйләй, тип раҫлай белгестәр.
Өҫтәүенә татлы боростоң 74–94 проценты һыуҙан тора, калорияһы бик аҙ, шуға күрә ул – ябығырға теләгәндәр өсөн алмаштырғыһыҙ аҙыҡ. Диетологтар йәшелсәне табынға итле ризыҡтар менән бирергә кәңәш итә.
Динә АРЫҪЛАНОВА