

Район үҙәк дауаханаһының стоматология бүлегендә үҙ һөнәренең оҫталарын туплаған татыу коллектив эшләй. Табиптарҙың уң ҡулдары булған шәфҡәт туташтары ла халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеүгә үҙ өлөшөн индерә.
Артур Алтыншин Әбделмәмбәт ауылында тыуып үҫкән. Башҡортостан дәүләт медицина университетында стоматолог һөнәрен үҙләштереп, тыуған яғына эшкә ҡайтҡан. Бына туғыҙ йыл инде ул Бөрйән халҡын хеҙмәтләндерә. өлкәндәрҙең дә, балаларҙың да тешен дауалай.
– Ошо һөнәрҙе һайлармын тип һис уйламағайным. Хыялым программист булыу ине. Апайымдың кәңәше буйынса документтарымды медицина университетына ла тапшырҙым. Билдәләнгән көндә барып имтихан бирҙем. Уҡырға инеремә өмөт тә итмәгәйнем. Ҡабул ителгәнемде белгәс, артҡа сигенеү булманы – китаптан башымды ҡалҡытманым, тырышып уҡыным.
Һөнәремде яратам. Бергә эшләгән хеҙмәттәштәремде хөрмәт итәм: уларҙың һәр береһе – үҙ эшен белеп, еренә еткереп, оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән табиптар, – ти Артур Әхнәф улы.
Стоматолог үҙен профессиональ йәһәттән камиллаштырыу өҫтөндә даими эшләй, һайлаған һөнәре буйынса һәр яңылыҡты өйрәнеп, уны эшендә ҡулланырға тырыша.
– Балаларҙың тешен дауалағанда төрлө хәлдәр була. Уларға аңлатып, һөйләшеп эшләһәң, тынысланалар, һиңә ышанып, ҡыҙыҡһынып, һорауҙарын бирәләр. Тештәрен дауалап бөткәндән һуң ҡыйыулыҡтары өсөн атай-әсәйҙәре әҙерләгән бүләктәрҙе лә тапшырабыҙ. Үҫмерҙәр иҫтәлеккә фотоға төшә, – ти ул.
Стоматология бүлегендә 2020 йылда ике стоматологик ҡорамал яңыһына алмаштырылған, был тештәрҙе сифатлыраҡ, йәғни ауыртыуһыҙ дауалау мөмкинлеген бирә, өҫтәүенә, тештәрҙе профессиональ таҙартыу өсөн ике скайлер бар.
– Теш һыҙламаһа ла, йылына ике тапҡыр табипҡа барыу, ваҡытында дауаланыу мөһим. Ҡурҡҡан кеше, ғәҙәттә, бер-ике тапҡыр килгәндән һуң, өйрәнеп китә, ыңғайлап йөрөй башлай. Хәҙер заманса алымдар теште бер ниндәй ауыртыуһыҙ дауалау мөмкинлеге бирә, – ти табип.
Тәмле-татлы ашаған кешенең теше тиҙ боҙола, тигән ышаныу бар. Белгес әйтеүенсә, татлы ризыҡтың тешкә туранан-тура зыяны юҡ. Уларҙы ашағандан һуң мотлаҡ теште таҙартырға кәрәк. Уларҙың боҙолоуы башлыса гигиенаға һәм, әлбиттә, нәҫелгә лә бәйле.
Ә бына ялтыр ҡаптарҙағы чипсы, татлы кукуруз таяҡсалары кеүек ризыҡтар кәнфиткә ҡарағанда күпкә зыянлыраҡ, сөнки улар тештән тыш, ашҡаҙанды, бауырҙы ла зарарлай.
Балалар күберәк йомшаҡ ризыҡтарҙы ҡуллана. Уларҙың 7–10 йәшендә тештәре алмашына, шуға күрә бәләкәйҙән ҡаты аҙыҡ сәйнәү файҙалы. Шул саҡта балаларҙың яңағы дөрөҫ үҫешә, нығына, тештәре лә ҡыйыш үҫмәй. Ашағанда тештәргә көстө тигеҙ бүлеү мөһим.
Үтә ябай кәңәш тойолһа ла, был бик мөһим: тештәрҙе көнөнә ике тапҡыр таҙартырға кәрәк. Ябай ғына теш таҙартыу ҡағиҙәләрен дә белмәгән, тештәрен йыумаған кешеләр осрауы аяныс, әлбиттә. Ашағандан һуң ауыҙҙы сайҡатырға кәрәк. Үҙегеҙгә, һаулығығыҙға ике минут ваҡытығыҙҙы йәлләмәгеҙ, тип әйткем килә. Бөтә организмдың һаулығы тештәргә бәйле – улар насар булған осраҡта ашҡаҙан-эсәк юлдарының эшмәкәрлеге көйһөҙләнә, ҡанға бәйле һәм башҡа ауырыуҙар барлыҡҡа килеүе мөмкин.
Теш таҙартҡыс таяҡсаларҙы, ептәрҙе дөрөҫ ҡулланырға кәңәш итер инем, сөнки күптәр йыш ҡулланыу һөҙөмтәһендә тештәрен, теш ҡаҙналарын йәрәхәтләй, – тип гәзит уҡыусыларға файҙалы кәңәштәрен бирҙе тәжрибәле стоматолог.
Артур Әхнәф улы ғаиләһе менән Иҫке Мөсәттә йәшәй. Ҡатыны Регина – Баймаҡ ҡыҙы, район хакимиәтенең архитектура бүлеге белгесе. Хәстәрлекле әсәй, уңған хужабикә лә ул. Яратҡан шөғөлдәренең береһе – тегенеү.
Дүртенсе йыл инде үҙҙәре һалып ингән өйҙә йәшәй Алтыншиндар. Әле лә мәшәҡәттәре етерлек – йорт-ҡураны төҙөкләндереү, йәшелләндереү менән мәшғүлдәр. Бәхетле матур ғаиләлә ата-әсә наҙына кинәнеп Арсен исемле малай үҫә.
Ошондай иманлы һәм рухлы ғаиләләр арабыҙҙа күберәк булһын ине. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, тәжрибәле, аҡыллы фекер йөрөткән табипҡа ҡулыңдан һөйөн, тип әйтке килә.
- Әлфинә ЮЛСУРИНА
Бөрйән районы