Сәләмәт булайыҡ
15 Июль 2022, 15:00

"Ер ҡото"на кемдәр килә?

16 июлдә — Әбйәлилдә, ә 17-һендә Баймаҡ районының Манһыр ауылында үҙенсәлеле фестиваль ойошторола.  

"Ер ҡото"на кемдәр килә?"Ер ҡото"на кемдәр килә?
"Ер ҡото"на кемдәр килә?

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, иртәгә Әбйәлил районында Башҡортостанда тәүге тапҡыр халыҡ дауалаусыларының "Ер ҡото" республика этномәҙәни фольклор фестивале башлана. Унда төрлө төбәктән киләсәктәр. "Башҡортостан" гәзитенең дуҫы, халыҡҡа кәңәштәрен еткереп торған Зәүхиә Низамиева ла "Ер ҡото"нда ҡатнашыу өсөн юлға сыҡҡан. Был хаҡта ул "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә хәбәр итә. 

"Ер ҡото... Был ике һүҙҙең мәғәнәһен ысынлап аңлау өсөн бөтөн йәнең-тәнең менән ергә береккән булыу, уның бөтмәҫ-төкәнмәҫ көсөн тәнеңдәге һәр бер күҙәнәгең менән тойоу, ерҙең йөрәк тибешенә үҙ йөрәгебеҙ тибешен көйләү, һәр миҙгеленең тәғәйенләнешен аңлау, һәр үҫемлегенең миссияһын өйрәнеү мөһим.

Бөтөн тирә-яҡты, үҫемлектәрҙе, тау, йылға-шишмәләрҙе, ҡояшты, айҙы, һауаны Аллаһ Тәғәлә кеше рәхәтләнеп, бәхетле итеп йәшәһен өсөн биргән, тип яҙыла. Йәки ҡотло тормошта йәшәү өсөн тип аңлайым. Тимәк, Ерҙең ҡотон, бөтмәҫ-төкәнмәҫ көсөн тойоп, биргән ниғмәттәрен алып йәшәү кешене бәхетле итә.

Ер үҙенең йәшәү ҡотон, көсөн, илһамын, дәртен беҙгә - әҙәм балаларына өҙлөкһөҙ биреп тора. Йыл әйләнәһенә. Бер туҡтауһыҙ. Үҫемлектәрҙең тамырына, һабағына, япрағына, сәскәһенә, емешенә, орлоғона төрөп бирә. Беҙгә бары тик ғорур, мин-минлекле баштарыбыҙҙы эйергә, өҙөп алырға, йыйырға, киптерергә, ҡулланырға ғына кәрәк.

Кешеләр көсһөҙләнә, ауырый, сөнки ерҙән йыраҡлаша баралар, тип аңлата ғалимдар бөгөнгө ғаләмде баҫып алған мең төрлө сирҙәрҙең сәбәбен аңлатҡанда.

16-17 июлдә Башҡортостанда "Ер ҡото" этнофестивале үткәрелә. Ул ике ерҙә - Әбйәлил районында һәм Баймаҡта уҙасаҡ. Мин дә ошо фестивалгә киләсәкмен. Аллаһ Тәғәлә уң ҡылһын юлдарымды. Программала халыҡ медицинаһы менән дауалау ысулдарына ҙур иғтибар бирелә.

Башҡортостан - бай тәбиғәтле төбәк. Ошо фестиваль байрам, сара ғына булып ҡалмаһын тигән изге уйҙамын. Исеме маҡсатына тура килеп, сара барыбыҙҙы ла Ергә, Тәбиғәткә яҡынайтһын, берләштерһен ине.

Халыҡ ҡотһоҙланды... Шундай һүҙҙәрҙе уҡырға тура килә ҡайһы берҙә. Ҡотһоҙланды, тимәк, көсһөҙләнде, йәки Ер ҡотон, көсөн алмай, тоймай йәшәй башланы.
Кеше - тәбиғәт балаһы. Ерҙең ризығы беҙгә ҡот, көс бирә. Онотмаһаҡ ине, һуң булғансы".

Фото: https://ru.dreamstime.com

Сығанаҡ: https://vk.com/id314712617

Автор:Карима Усманова
Читайте нас