

Шәфҡәт туташы... Эш һөймәгән һәм кешеләргә мәрхәмәтле, миһырбанлы була белмәгәндәр был һөнәрҙе һайламайҙыр. Ауырыуҙарҙы ҡабул итеү, уларға тамыҙғыс менән укол ҡуйыу, тән температураһын үлсәү, ҡан баҫымын даими күҙәтеүҙә тотоу, ауыр хәлдәге пациенттарҙы ҡулдан ашатыу һәм башҡа бөтмәҫ-төкәнмәҫ эште башҡарыр өсөн таһыллыҡ та, етеҙлек тә кәрәк.
Мораҡ үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлегендә һәм реанимацияла үҙ һөнәренең оҫталары – хәстәрлекле шәфҡәт туташтары эшләй. Шуларҙың береһе – анестезиолог, шәфҡәт туташы Рима Үлмәҫбаева тураһында булыр һүҙебеҙ. Алсаҡ йөҙлө, талапсан, коллегалары һәм халыҡ араһында абруй яулаған намыҫлы хеҙмәткәрҙең реанимацияла эшләүенә тиҙҙән 30 йыл тула.
– Еңел булмаһа ла, эште яратҡас, барыһына ла күнегелгән, – ти ул. – Беҙҙә күпселек операциянан һуң, юл һәләкәтенә осраған, эсеп ағыуланып комаға киткәндәр, йәғни ныҡ ауыр хәлдәгеләр түшәктә ята. Йәйгеһен балалар йыш имгәнеүсән, йәрәхәтләнеүселәр, ҡул йәки аяҡтарын һындырыусылар арта. Хирургия бүлеге менән берлектә, бер-беребеҙгә ярҙам итешеп эшләргә ғәҙәтләнгәнбеҙ, шунһыҙ булмай.
Рима Хәлил ҡыҙы Күгәрсен районының Ғәзиз ауылында эшһөйәр, татыу ғаиләлә тыуып үҫкән. 1989 йылда Мораҡтағы 2-се урта мәктәпте тамамлаған алдынғы уҡыусыға ғүмерен мәғариф өлкәһенә бағышлаған атаһы ҡәтғи рәүештә былай ти:
– Йә медицина йүнәлешен һайлайһың, йә педагогия училищеһына уҡырға бараһың, ҡыҙым, алдыңда ике генә юл!
Әлбиттә, йәш ҡыҙҙа аҡ халат кейеп, кешеләргә ярҙам итеү теләге өҫтөнлөк ала. Ул Салауат медицина училищеһына уҡырға инә.
Ҡулына диплом алғас, йәш белгес тыуған яғына эшкә ашҡынып ҡайта. Хеҙмәт юлын 1992 йылда Побоище ауылында фельдшер булараҡ башлай. Бер йылдан эшкә яуаплы ҡараған, тилбер ҡуллы, төплө белемле өмөтлө хеҙмәткәрҙе Мораҡ район үҙәк дауаханаһының хирургия бүлегенә саҡыртып алалар.
Намыҫлы хеҙмәткәр – өс балаға изгелекле, хәстәрлекле әсәй, тормош юлдашы Фәрит Абдулла өсөн ышаныслы, һөймәлекле ҡатын.
Ә алда тынғыһыҙ йәнле, шәфҡәт нуры өләшкән аҡ халатлыға коллегалары, хирургия бүлеге табиптары һәм шәфҡәт туташтары менән бергә күпме кешегә ярҙам ҡулы һуҙаһы, өмөт һүнгән күҙҙәрендә йәшәү сатҡыһын уятаһы бар әле.
- Гөлшат СӘЙЕТБАТТАЛОВА
Күгәрсен районы