Сәләмәт булайыҡ
15 Июль 2022, 17:45

Мөмкинлектән файҙаланып ҡалығыҙ!

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһында һәр кемдең медицина тикшереүе үтергә, белгестәрҙән кәңәш алырға мөмкинлеге бар.

Мөмкинлектән файҙаланып ҡалығыҙ!Мөмкинлектән файҙаланып ҡалығыҙ!
Мөмкинлектән файҙаланып ҡалығыҙ!

Башҡортостанда “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы дауам итә. Ауылда йәшәгән һәр кемдең медицина тикшереүе үтергә, белгестәрҙән кәңәш алырға мөмкинлеге бар. Эш алдан раҫланған алты маршрут буйынса графикка ярашлы бара.

Өфө маршруты Кушнаренко районында эш башлай (18-20 июлдә Ҡарасайылғала, 21-22 июлдә Иҫке Туҡмаҡлыла);

Дыуан маршруты Дыуан районында эшен дауам итә (19-20 июлдә Вознесенкала, 21-22 июлдә Таҙтүбәлә);

Нефтекама маршруты Нефтекама ҡала округында эш башлай (18-19 июлдә Энергетикта, 20-22 июлдә Әмзәлә);

Октябрьский маршруты Бишбүләк районында эш башлай (18-19 июлдә Димдә, 20-22 июлдә Ҡынғыр-Мәнәүездә);

Стәрлетамаҡ маршруты Көйөргәҙе районында эш башлай (18-19 июлдә Илкәнәйҙә, 20-22 июлдә Яңы Таймаҫта);

Белорет  маршруты Йылайыр районында эшен дауам итә (18 июлдә Ҡананикольскиҙа, 19-20 июлдә Яманһаҙҙа, 21-22 июлдә Матрайҙа).

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас