Сәләмәт булайыҡ
15 Июль 2022, 07:51

“Ҡояш менән торам йоҡонан...”

1zoom.ru1zoom.ru
Фото:1zoom.ru

Кеше һаулығы өсөн биологик сәғәттәрҙе дөрөҫ көйләү бик мөһим, ти белгестәр. Беҙҙең аҡыл ҡеүәһе лә, кәйефебеҙ ҙә, тән температураһы ла төн йәки көн булыуына бәйле. Хатта океандар ҙа тәүлек ритмына буйһона.

Организм эшмәкәрлеге шундай: көндөҙ ул энергия алыу өсөн туҡланыу мат­дәләре етештереп сығарһа, төндә туҡымаларҙы тергеҙә, “ямай”, шулай уҡ туҡланыу мат­дә­ләрен туплай. Йоҡоно көйләй торған мелатонин барыбыҙға ла яҡшы бил­дәле. Ул организм тарафынан бары төндә генә етеш­терелә, ҡараңғы осор ни тиклем оҙаҡҡараҡ һуҙыла, был матдә беҙҙең орга­низм­да шул тиклем оҙағыраҡ йәшәй, шуға күрә ҡыш иртән тороу ауырлаша. Өлкән йәштәгеләрҙең йоҡоһоҙ­лоҡтан яфаланыуы орга­низм­дың мелатонинды тейешле кимәлдә етештерә алмауы менән бәйле.

Ололарҙың бала саҡта “иртәрәк йоҡларға ятһағыҙ, тиҙерәк үҫерһегеҙ” тигән һүҙҙәрен хәтерләйһегеҙҙер. Боронғолар аҡылын ғалим­дар ҙа раҫланы: ысынлап та, йоҡлағанда күҙәнәктәр үҫеше әүҙемләшә. Тыныс йоҡо кескәйҙәргә генә түгел, оло йәштәгеләр өсөн дә мөһим. Иртән уянғанда организм стресс тыуҙырған кортизол матдәһен эшләп сығара, шул арҡала ҡан ба­ҫы­мы күтәрелә, йөрәк тибе­ше йышая, ҡан тамыр­ҙары тонусы арта. Статисти­канан күренеүенсә, тап ир­тәнге ваҡытта йөрәк сирҙәре киҫ­кенләшеүе, “Ашығыс яр­ҙам”­ды саҡыртыуҙың күбә­йеүе мәғлүм.

Биологик ритмдарға ҡай­һы ағза идара итә? Әлбиттә, мейе. Ғалимдар кеше һау­лы­ғы менән тәүлек ритмдары араһындағы тура бәйлә­неште асыҡлаған. Цивилизация ҡанундары кешене тәбиғи ҡанундарҙы боҙорға мәжбүр итә. Бының төрлө етди сирҙәргә юлыҡтырыуы ихтимал, шуға күрә тәүлек режимын күҙәтергә тыры­шыр­ға кәрәк, тип кәңәш итә табиптар.

Динә АРЫҪЛАНОВА 

Читайте нас